Үҙен Фәрғәт – “Фара” тип таныштырған Көйөргәҙе районы егетенә 26 ғына йәш. Махсус хәрби операцияға өлөшләтә мобилизация буйынса юлланған, йәғни хәрби хеҙмәттә булыуына – өс йыл. “Саҡырыуҙы нисек ҡабул иттең? Ҡурҡыу хисе булманымы?” тигән һорауыма: “Тыныс ҡабул иттем, ә нимәнән ҡурҡырға?” – тип ҡыҫҡа ғына итеп яуапланы. Унан инде: “Кеше бөтә шарттарға ла өйрәнә. Беҙгә задание бирелә, уны үтәргә кәрәк. Иптәштәр ышаныслы, бер-беребеҙҙе яҡларға, терәк-таяныс булырға тырышабыҙ. Һуғыш тип гел ҡайғырып йөрөп булмай”, – тип өҫтәне. Тыныс тормошта ул ауыл хужалығында, техника тармағында эшләгән, ә бында “Фара” – гранатометсы. Әлбиттә, әрме хеҙмәтендә алған тәжрибәһе лә хәрби шарттарҙа ярҙам итмәй ҡалмай. Ул Чита, Ростов өлкәләрендә сроклы хәрби бурысын үтәгән. – Һуңғы ваҡытта дрондар күбәйҙе, шартлатҡыстар менән осалар. Атып төшөрөп торабыҙ. Заданиеларҙан бушаған арала позицияларҙы нығытырға, маскировкаларға тырышабыҙ. Был йәһәттән гуманитар ылау менән килгән селтәрҙәр ныҡ ярҙам итә. Ғөмүмән,