Найти в Дзене

Ҡырҡ ауырыуға дауа тиҙәр уны

Ҡырҡ ауырыуға дауа үлән  Бесәй тармаһы үпкә ауырыуҙарын һә, тигәнсе дауалап та ҡуя. Фарингит, ларингит, бронхит, үпкә ауырыуҙарын, бронха астмаһын, үпкә туберкулёзын дауалай.  Әгәр ҙә быуын сыҡһа йәки һөйәк һынһа, ике тапҡырға тиҙерәк дауалар өсөн  – яңы ғына өҙөп алынған йәки кипкән үләнде ҡулланалар БУДРА уны бесәй тармаһы тип тә йөрөтәләр. Мин һәр хәлдә уны ҡыр бөтнөгө тип уйлай инем. Тәме бөтнөктө хәтерләтә. Будра бауыр күҙәнәктәрен дә дауалай ала. Халыҡта уны ҡырҡ ауырыуға дауа үлән, тиҙәр икенсе төрлө. Бесәй тармаһы үпкә ауырыуҙарын һә, тигәнсе дауалап та ҡуя. Фарингит, ларингит, бронхит, үпкә ауырыуҙарын, бронха астмаһын, үпкә туберкулёзын дауалай. Әгәр ҙә быуын сыҡһа йәки һөйәк һынһа, ике тапҡырға тиҙерәк дауалар өсөн  – яңы ғына өҙөп алынған йәки кипкән үләнде быҡтырып һалырға кәрәк. Шулай уҡ будра зобтан, ҡолаҡ насар ишетә башлағанда ла ҡулланып була. Тамырҙарҙа варикоз булғанда ла был үлән ярҙамға килә. Үттә таш булһа, будра шеште бөтөрөп кенә ҡалмай, 2-3 мм диаметрлы булған

Ҡырҡ ауырыуға дауа үлән  Бесәй тармаһы үпкә ауырыуҙарын һә, тигәнсе дауалап та ҡуя. Фарингит, ларингит, бронхит, үпкә ауырыуҙарын, бронха астмаһын, үпкә туберкулёзын дауалай.  Әгәр ҙә быуын сыҡһа йәки һөйәк һынһа, ике тапҡырға тиҙерәк дауалар өсөн  – яңы ғына өҙөп алынған йәки кипкән үләнде ҡулланалар

БУДРА уны бесәй тармаһы тип тә йөрөтәләр. Мин һәр хәлдә уны ҡыр бөтнөгө тип уйлай инем. Тәме бөтнөктө хәтерләтә.

Будра бауыр күҙәнәктәрен дә дауалай ала.

Халыҡта уны ҡырҡ ауырыуға дауа үлән, тиҙәр икенсе төрлө. Бесәй тармаһы үпкә ауырыуҙарын һә, тигәнсе дауалап та ҡуя. Фарингит, ларингит, бронхит, үпкә ауырыуҙарын, бронха астмаһын, үпкә туберкулёзын дауалай.

Әгәр ҙә быуын сыҡһа йәки һөйәк һынһа, ике тапҡырға тиҙерәк дауалар өсөн  – яңы ғына өҙөп алынған йәки кипкән үләнде быҡтырып һалырға кәрәк. Шулай уҡ будра зобтан, ҡолаҡ насар ишетә башлағанда ла ҡулланып була. Тамырҙарҙа варикоз булғанда ла был үлән ярҙамға килә. Үттә таш булһа, будра шеште бөтөрөп кенә ҡалмай, 2-3 мм диаметрлы булған ваҡ таштарҙы ҡыуа.

Шулай уҡ будра ашҡаҙан һәм эсәк ауырыуҙарҙа ла файҙалы. Будра менән бөйөр, талаҡ (селезёнка), бауыр ауырыуҙарын да дауалайҙар. Был үләндең төнәтмәһе менән күҙ йәшләнеп торғанда, конъюнктивиттан, тире ауырыуҙарынан, сәбертмә, сей яранан (язва), фурункулёздан, псориаздан ярҙам итә. Шулай уҡ бесәй тармаһы ярҙам иткән ауырыуҙарҙы һанап ҡына бөтөрөрлөк түгел.

Ғилми тикшеренеүҙәр ялпаҡ будраның шеште һәм метастатты бөтөргәнен билдәләгән.

Ҡулланыу инструкцияһы:

1 десерт ҡалағын ярты литр ҡайнар һыу менән бешереп алабыҙ. Төрөп ҡуйып, 10 минут төнәтәбеҙ һәм һөҙөп алабыҙ.

Әҙер төнәтмәне ашарҙан алда көнөнә 3 тапҡыр 1-әр стакан эсергә кәңәш ителә.

Бауырҙа рак, метастаз булһа...

1 балғалаҡ үләнде 1 стакан ҡайнар һыу менән 2 сәғәт төнәтеп һөҙөгөҙ. Көнөнә 3-4 тапҡыр стакандың дүрттән бер өлөшөнә ҡойоп эсергә. Шулай уҡ һәр порцияға будраның спиртлы һутына 5-15 тамсы ҡойоп эсергә. Бының өсөн май айында сәскә атҡан үләнде йыйып, һутын һығырға кәрәк. Әҙер һутты 1:1 миҡдарҙа араҡы менән бутарға.

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланғанда һаҡлыҡ күрһәтегеҙ. Мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ.