Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өшөксән булһағыҙ, ошондай сәй эсегеҙ

Ҡайһы бер кешеләр тиҙ өшөүсән була, айырыуса аяғы өшөүҙән ыҙалағандар йыш осрай. Бына шундай осраҡтарҙа ҡулланыу өсөн организмды эстән йылытҡан сәй әҙерләү ысулы. Бер стакан һөттө кәстрүлгә һалып, ҡайнатырға ҡуябыҙ, ҡайнап сыҡһа, бер бөртөк баҙыян, бер бөртөк дәрсен (ярты балғалаҡ дәрсен онтағы һалырға ла мөмкин), ике бөртөк хуш еҫле борос, бер аш ҡалағы шәкәр өҫтәйбеҙ. Артабан ике аш ҡалағы сәй һалабыҙ (мин “Азерчай” сәйен ҡулланам). Ҡуйыраҡ сәй яратһағыҙ, өс-дүрт аш ҡалағы һалырға була. Ошо ҡатнашмаға бер стакан ҡайнаған һыу ҡушып, ҡайнатып сығарабыҙ. Уттан алғас, кәстрүлдең ҡапҡасын ябып, 5-10 минут ултыртып торабыҙ. Хуш еҫле, тәмле сәйҙе эсеп рәхәтләнәбеҙ! Сәй оҡшаһа, ике стакан һөттән эшләгеҙ. Гөлфиә МӨХӘМӘТДИНОВА. Г. Мөхәмәтдинова фотоһы.