Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Пушкин картаһы" буйынса премиялар тапшырылды

Мәскәүҙә, Ҙур театрҙа, II “Пушкин картаһы. Премия” тантанаһы үтте. Был турала “Милли өҫтөнлөктәр” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы хәбәр итә. 2024 йылда “Пушкин картаһы»” программаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән Рәсәй төбәктәре һәм мәҙәниәт учреждениелары тәбрикләнде. Еңеүселәрҙе 20 номинацияла асыҡланылар. Улар араһында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ла бар. Ойошма “Иң яҡшы концерт майҙансығы” номинацияһында еңеүгә өлгәште. РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова: – Был проектты үҫтереүгә көсөн, күңелен һалған һәр кемгә рәхмәт белдерәм. "Пушкин картаһы" ҡатмарлы 2020 йылда, пандемия арҡаһында музейҙар һәм театрҙар ябылған саҡта, барлыҡҡа килде. Беҙгә үҫмерҙәрҙең спектаклдәрҙе, күргәҙмәләрҙе һәм концерттарҙы үҙҙәре һайлай алыуы, ә мәҙәниәт учреждениелары йәш тамашасыларҙың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алыуы мөһим ине, – тип айырым билдәләп китте. “Пушкин картаһы” программаһы 2021 йылдың көҙөндә, РФ Президенты ҡарары буйынса барлыҡҡа килде. Унда 14–22 йә

Мәскәүҙә, Ҙур театрҙа, II “Пушкин картаһы. Премия” тантанаһы үтте. Был турала “Милли өҫтөнлөктәр” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы хәбәр итә. 2024 йылда “Пушкин картаһы»” программаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән Рәсәй төбәктәре һәм мәҙәниәт учреждениелары тәбрикләнде. Еңеүселәрҙе 20 номинацияла асыҡланылар. Улар араһында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ла бар. Ойошма “Иң яҡшы концерт майҙансығы” номинацияһында еңеүгә өлгәште. РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова: – Был проектты үҫтереүгә көсөн, күңелен һалған һәр кемгә рәхмәт белдерәм. "Пушкин картаһы" ҡатмарлы 2020 йылда, пандемия арҡаһында музейҙар һәм театрҙар ябылған саҡта, барлыҡҡа килде. Беҙгә үҫмерҙәрҙең спектаклдәрҙе, күргәҙмәләрҙе һәм концерттарҙы үҙҙәре һайлай алыуы, ә мәҙәниәт учреждениелары йәш тамашасыларҙың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алыуы мөһим ине, – тип айырым билдәләп китте. “Пушкин картаһы” программаһы 2021 йылдың көҙөндә, РФ Президенты ҡарары буйынса барлыҡҡа килде. Унда 14–22 йәшлек үҫмер, йәштәр ҡатнаша ала. Йыл һайын картаға 5 мең һум аҡса күсерелә, уны театрға, музейға, концерт залдарына, киноға һәм башҡа мәҙәниәт ойошмаларына билет һатып алыуға тотонорға була. Мәҙәни сараларҙы “Культура.РФ” порталында ҡараға мөмкин. Әлеге көнгә “Пушкин картаһы”н 12 миллиондан ашыу йәш кеше ҡуллана. Быйылдан алып пограмма “Ғаилә” милли проекты сараларына индерелде. Фото: vk.com/bashgf