Алтын төҫөндәге был йәшелсә тәмле генә түгел, файҙалы матдәләргә бай ҙа. Ашҡабаҡтың (урыҫса – тыква) составында С, В1, В2, РР, Е витаминдары, каротин, калий, магний, тимер, марганец, селен, баҡыр, цинк, молибден, никель бар. Уны ашҡа, бутҡаға ҡушырға, пюре яһарға, ҡыҙҙырып, мейестә бешереп тә ашап була. Ҡабаҡтар ғаиләһе Дуҫтар, ә һеҙ беләһегеҙме ҡабаҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заттарын? Белмәһәгеҙ әйҙәгеҙ әле ҡарап китәйек. Баҡ тиһәң ҡабаҡтарҙың 20‑гә яҡын төрө билдәле икән. Улар Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, Евразияла, Африкала таралған. Башҡортостанда ҡаты тышлы һәм эре емешле ҡабаҡтар үҫтерелә. Бер йыллыҡ үҫемлек. Ҡаты тышлы ҡабаҡ һабағы ҡырлы, бураҙналы. Япрағы биш айырсалы, тәрән ҡырҡылған, осло ҡалаҡсалы, ҡуйы йәшел төҫтә. Сәскәһе эре, һары төҫтә. Июндә сәскә ата. Емеше — овал, тумалаҡ йәки оҙонса. Орлоғо овал, асыҡ тирәсле, аҡ, һарғылт аҡ. Япрағы бөрө һымаҡ йәки бер аҙ уйымлы, биш тупаҡ ҡыҫҡа ҡалаҡсалы. Сәскәһе эре, һары төҫтә. Уның емешенең составында 8—10% шәкәр, 1,
Алтын төҫөндәге был йәшелсә тәмле генә түгел, файҙалы матдәләргә бай ҙа
4 октября 20254 окт 2025
3 мин