Найти в Дзене

Ватанды яҡлаусыларыбыҙға ярҙам итергә теләүселәр һаны арта барыуы ҡыуаныслы

Ватанды яҡлаусыларыбыҙға ярҙам итергә теләүселәр һаны арта барыуы ҡыуаныслы Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов етәкселегендәге биш машинанан торған делегация – хакимиәт командаһы һәм ”Быть добру” төркөмө ирекмәндәре яугирҙәргә ярҙам алып барҙы. – Быйыл был - беҙҙең яугирҙәр өсөн дүртенсе гуманитар йөк. Белорет районы халҡы, эшҡыуарҙары, предприятиелары һәм ойошмалары ярҙамында йыйылған аҡсаға дрондарҙы баҫтырыусы (РЭБ), генераторҙар, бензобысҡылар, машина өсөн тәгәрмәстәр һәм башҡа күп нәмәләр һатып алдыҡ. Техниканан ике “ВАЗ-2104” автомобиле, коляскалы “Урал” мотоциклы, дизель һәм инвертор генераторҙарын алып барҙыҡ. Ватанды яҡлаусыларыбыҙға ярҙам итергә теләүселәр һаны арта барыуы ҡыуаныслы. Ирекмәндәргә, педагогия колледжы студенттарына, “Металлург” стадионы һәм хакимиәт хеҙмәткәрҙәренә, гуманитар йөк тейәүҙә ярҙам иткәндәргә айырым рәхмәт. “Быть добру” төркөмө ирекмәндәре менән бергә барҙыҡ, йыйылған бөтә нәмәне геройҙарыбыҙға шәхсән тапшырҙыҡ. Барығыҙға ла ярҙамығыҙ өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерәм, – тине Азат Салауат улы. Фото: скриншот. Р. Мусина.