Найти в Дзене

Ул тыумыштан яугир

Бөгөн арҙаҡлы яҡташтарыбыҙҙың береһе, ҡаһарман яугир, “Башҡорт” позывнойлы Рәсәй Геройы, Алмаз Миңлеғәле улы Сафиндың тыуған көнө. Башҡортостан халҡы уның менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Старшина Алмаз Сафин етәкселегендәге десантсыларҙың батырлығы арҡаһында алыш барышында бер танк, ике бронемашина һәм 50-гә яҡын дошман яугире юҡ ителә. Сафин үҙе, ҡуйылған бурысты аҙағына тиклем үтәп, алыштан һуң алған яраларынан вафат була. Башҡортостанда тыуып үҫкән, “Башҡорт” позывнойлы Алмаз Сафин үлгәндән һуң махсус хәрби операция зонаһындағы батырлығы өсөн Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ була. 25 сентябрҙә Тула өлкәһендә Федор Конюхов ауылында “Рәсәй Даны Аллеяһы” проекты аллеяһын асыу буйынса тантаналы саралар барышында ҡаҙаныштары һәм Рәсәй тарихына индергән өлөшө айырым танылыуға лайыҡ булған күренекле шәхестәргә арналған бюстар асыла. 12 бюст араһында яҡташыбыҙ Алмаз Сафинға ла булыуы ҙур ғорурлыҡ тыуҙыра. Башҡортостанда ла халҡыбыҙҙың данлыҡлы улының исемен онотмайҙар. Әле яңыраҡ ҡына Сочи ҡалаһын

Бөгөн арҙаҡлы яҡташтарыбыҙҙың береһе, ҡаһарман яугир, “Башҡорт” позывнойлы Рәсәй Геройы, Алмаз Миңлеғәле улы Сафиндың тыуған көнө. Башҡортостан халҡы уның менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Старшина Алмаз Сафин етәкселегендәге десантсыларҙың батырлығы арҡаһында алыш барышында бер танк, ике бронемашина һәм 50-гә яҡын дошман яугире юҡ ителә. Сафин үҙе, ҡуйылған бурысты аҙағына тиклем үтәп, алыштан һуң алған яраларынан вафат була. Башҡортостанда тыуып үҫкән, “Башҡорт” позывнойлы Алмаз Сафин үлгәндән һуң махсус хәрби операция зонаһындағы батырлығы өсөн Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ була. 25 сентябрҙә Тула өлкәһендә Федор Конюхов ауылында “Рәсәй Даны Аллеяһы” проекты аллеяһын асыу буйынса тантаналы саралар барышында ҡаҙаныштары һәм Рәсәй тарихына индергән өлөшө айырым танылыуға лайыҡ булған күренекле шәхестәргә арналған бюстар асыла. 12 бюст араһында яҡташыбыҙ Алмаз Сафинға ла булыуы ҙур ғорурлыҡ тыуҙыра. Башҡортостанда ла халҡыбыҙҙың данлыҡлы улының исемен онотмайҙар. Әле яңыраҡ ҡына Сочи ҡалаһында үткән журналистар форумында беҙҙең коллегалар уның был ҡалалағы МХО Геройҙары аллеяһында ҡуйылған бюсына сәскәләр һалды. Республикала уның исемен Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү һәм саҡырылышҡа тиклемге әҙерлек үҙәге йөрөтә. Иғтибарығыҙға Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист, тәржемәсе Лариса Абдуллинаның геройҙың юлы тураһындағы яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. Ул тыумыштан яугир Бер ҡасан да мәҡәләне бындай тетрәнеү, һыҙланыу, ауырлыҡ менән яҙғаным юҡ ине. Әйтерһең, Алмаздың күңелемдәге образын аңым үҙемдән ебәрергә теләмәй. Уның кеүек егеттәр бер күреүҙә, тәүге ҡараштан хәтергә инеп ҡала шул. Исемен дә яҙмаларымда Алмаз тип яҙам, сөнки күп милләтле илебеҙҙә уның хаҡта уҡығандар тап Рәсәй Геройы Алмаз Сафин тураһында һүҙ барғанын аңлаһын өсөн. Уның исеме хәҙер шулай яңғырай – Алмаз Сафин. Бер ниндәй ҡағиҙәләргә лә, тәртиптәргә лә һыя торған күренеш түгел ине үҙе лә, яҙмышы ла. Шуға күрә, хөрмәтле уҡыусы, лингвистик ҡағиҙәләрҙән арынып, яҡташыбыҙ хаҡында яңғыҙлыҡ исем менән яҙыуымды аңлап ҡабул итерһең. Көрәшселәр нәҫеленең аҫылы 2004 йыл. Башҡорт батыры, шағир Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыу тантаналары һәр районда, башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә лә билдәләнә. Дим, Өршәк буйында көрәшселәр күп. Әлшәй районында С. Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыу уңайынан Раевкала урынлашҡан 111-се һөнәрселек училищеһында көрәш буйынса ярыштар уҙғарыла. Һабантуйҙар мәлендә көрәш – байрам күрке. Уны беҙҙең республика халҡына аңлатып торорға ла кәрәкмәй. Әлшәй районында ла ойошторола был сара. 40 – 70 килограмм ауырлыҡтағылар ярышында Яңы Сәпәш, Ҡыпсаҡ-Асҡар, Иҙрис, Мечников, Ташлы мәктәптәре, башҡорт лицейы командалары ҡатнашып, Айрат Аҙнағолов, Рауил Иҫәнғолов, Фәнис Садиҡов, Динар Муллагилдин, Алмаз Сафин еңеү яулай. 2-се, 3-сө урындарҙа – Айнур Борханов, Марс Ғилмийәров, Илдар Сафин, Алмас Еникеев, Юрий Рафиҡов, Илгиз Сафин, Мөнир Биктимеров, Илдар Мурзин, Фәнил Ниғмәтйәнов, Роберт Ғәлиев. Көрәштең абсолют еңеүсеһен билдәләү өсөн Динар Муллагилдин менән Алмаз Сафин майҙанға сыға. Закуан ағай Әхмәтов ул йылдарҙа район хакимиәтендә эшләй ине инде. Уның үҙен дә көрәшсе тип беләбеҙ. Көслө, рухлы йәштәр менән беҙҙе ул таныштырҙы. 18 йәшлек Алмазды, дөрөҫөн әйткәндә, был йылдарҙа районда холоҡ-фиғеле, үҙен тотошо менән күптәр яҡшы белә ине инде. Асыҡ йөҙлө, гелән йылмайып, ихлас аралашҡан, һәр саҡ ярҙам итергә ашҡынып торған егетте бер күреүҙә иҫтә ҡалдырмау һис мөмкин түгел. Бөтә тормош, әйтерһең, уның тирәләй әйләнә. Ул аралашыуға әүәҫ, нескә юмор менән ҡайтарған яуаптары, саялығы әллә ҡайҙан күҙгә ташланып тора. “Көрәшсе Тимерғәле ағайҙың улы ул Алмаз. Йылдың-йылы һабантуйҙарҙа еңеүсе булған кешенең кесе малайы майҙандарҙа бил бирмәй алыша!” – тип ғорурлыҡ менән һөйләй Закуан Зөфәр улы. Әлбиттә, абсолют еңеүсене билдәләү ҙә оҙаҡҡа бармай – Алмаз Сафин “Заря” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Н. Әминев алып килгән һарыҡ менән бүләкләнә. Ул һәр ваҡыт шулай – алышҡа сыҡҡан икән, еңергә тейеш. Ул һәр ерҙә беренсе булырға тейеш! Көрәшсе, еңеүсе ҡомары ҡайнай уның ҡанында. 1985 йылда Раевка ҡасабаһында тыуған Алмаз Сафинға Рәсәй Геройы исеме бирелгән тигән мәғлүмәт таралғас, дөрөҫөн әйткәндә, башта аптырап ҡалдым. Ни өсөн атаһының исеме Миңлеғәле икән, шул тиклем дә оҡшаш кешеләр булыр икән, тинем. Шикләнеп уйланып йөрөүҙәремдән “Өршәк” позывнойлы яугир Илгиз Солтанморатов арындырҙы. “Апай, районда көрәшсе булған ағайҙың улы бит ана шул Алмаз Сафин. Яҙырға кәрәк ине!” – тине. Тағы ла ғәжәпкә ҡалдым. Ҡуйсәле, икеләнеп торғансы тип, район хакимиәтенә шылтыраттым. Бөтә икеләнеүҙәргә шул мәлдә нөктә ҡуйылды: баҡтиһәң, Тимерғәле ағайҙың исеме паспортына Миңлеғәле тип теркәлгән дә, шуға күрә һәр рәсми мәғлүмәттә Алмаз Миңлеғәле улы Сафин тип яҙыла икән. Ауылдарҙа ундай хәлдәр йыш осрай ул. Ауылдаштары бер төрлө йөрөтөп тә, документтарында бөтөнләй икенсе исемле булғандар аҙмы ни?! Бында ла шундай хәл килеп сыҡҡан. 1957 йылда тыуған Тимерғәлегә исемен “Тимер” һүҙен ҡушып бирергә тәҡдим итәләр, сөнки уға тиклем тыуған малайҙары йәшәмәгән. Ә ир бала теремек, көслө булып үҫеп китә. Уны тыуғандан алып барыһы ла Тимерғәле тип беләләр, әммә бына ауыл Советында метрикаға, паспортҡа Миңлеғәле тип теркәлгән була. Инде түҙмәнем, Алмаздың яҡындарына шылтыратып, тыуған яҡтарға юлландым. Бына ул беҙҙең яҡтың иркен яландары. Август айы. Бөтә нәмә өлгөргән, баҫыуҙарҙа иген еткән. Бесәндә эшләүселәр ҙә етәрлек. Матур, мул осор. Ошо яҡта, Әлшәй районының Шишмә ауылында, тәгәрәп-аунап үҫкән дә инде Алмаз. Раевка – Шишмә ауылы , Раевка – Отрада ауылы араларына туҙан төшөрмәгән егет – Гүзәл апай менән Тимерғәле ағайҙың өс балаһының кесеһе ул. Ағаһы Динислам, апаһы Динара тарафынан да яратылып, Тимерғәле ағайҙың бер туған Тимерйәр ағайҙың ғаиләһендә лә үҙ кеше булған был сая холоҡло, илгәҙәк малай. “Үҙенә башҡа бер бала булды ул” 12 йәшендә генә атайһыҙ ҡала ул. Йөрәге иртә тибеүҙән туҡтай көрәшсе ағайҙың. Йәшләй яңғыҙы ҡалһа ла, Гүзәл апай балаларын уҡытып, матур тәрбиә биреп үҫтерә. Алмаз инде күберәк Шишмә ауылында йөрөй. – Ағайым бигерәк ныҡ матур көрәшсе ине. Элек бит колхоздар һабантуй ойошторҙо. Ауылда саҡта ул һәр саҡ еңеүсе булды, ә инде тимер юлда эшләй башлағас, тәкә ауылдан китмәһен тип, уға ҡаршы иң көслө батырҙарҙы сығара башлайҙар. Уны арытып, аҙаҡтан еңеп ҡуя торғайнылар. Хатта күтәреп алып ҡайтҡан саҡтар ҙа булды. Хәле бөткәнсе көрәшә торғайны. Көслө булды. Ныҡ яратты башҡорт көрәшен, – тип хәтерләй Тимерйәр Мырҙагәрәй улы. Алмаз да бала саҡтан, атаһы кеүек, көрәш менән шөғөлләнгән. Спорт яратҡан. Туғандарына килгәндә лә, тирә-яҡты уратып, оҙон дистанцияларға йүгергәндәр. Турник та эшләп ҡуйғандар. Гелән шунда шөғөлләнгән. Алмаз кәүҙәгә бигерәк бәһлеүән шул. Әйтерһең, бер әкиәт батырылай. Үҙҙәренең нәҫеленең был сифаты хаҡында Тимерйәр ағай тағы ла бер тарих һөйләне: – Атайым менән инәйем революцияға тиклем тыуған. Береһе – 1913, икенсеһе 1914 йылғы. Олатайҙарҙың йылҡыһы күп булған. Ҡартатайым атта сабышырға яратҡан. Еңел кәүҙәле булған. Һыбай йөрөп, ул Ташлы яғына барып сыҡҡан. Егет кешегә кәләш алырға ла ваҡыт еткән бит инде. Үҙе сибек булғас, кәләште ике метрлыҡты, мыҡты кәүҙәлене һайлаған. Урлап алып ҡайтҡан, шикелле. Шунан туғандарына: “Бына мин һеҙгә племя алып ҡайттым!” – тигән. Йәмниха нәнәйем, ысынлап та, кәүҙәгә бик ҡеүәтле кеше ине. Бына шунан һуң беҙҙекеләр бик эре булып киткән (көлә – авторҙан). Алмаз да уға тартҡан. Ағайымдан да, еңгәмдән дә Алмаз тик яҡшы сифаттарын ғына алған. Иҫ киткес туған йәнле булды. Иҫем китеп, берсә уйға ҡалып, берсә һоҡланып тыңлайым Тимерйәр ағайҙы. Күҙ алдыма шунда уҡ мыҡты кәүҙәле Алмаз килеп баҫа ла, йәнә күҙемә йәш эркелә. Иҫемә төшкән һайын, берәйһе хәтерләгән һайын илата шул уның асылы. Иҫ киткес егеттәрсә, яугирҙәрсә булмышы йәш кенә сағынан уҡ күренеп торған. Тимерйәр ағай улай ғына тимәй, бала сағынан ҡыйыу, үҙенә бер башҡа бала булды, ти. Шулайҙыр. Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдар аҙағын күптәр хәтерләйҙер. Шул йылдарҙа һәр ерҙә ғәҙеллек, рәнйетелгәндәрҙе яҡлау тойғоһо тәрбиәләнгән Алмазда ла. “Слово пацана” фильмындағы бер герой нимәһе менәндер хатта уны хәтерләтә. Әйткән һүҙең өсөн яуап биреү, антҡа тоғро булыу – былар барыһы ла үҫмер Алмаз хаҡында. Уларҙың гаражында ла даими рәүештә тиҫтерҙәре йыйыла, йырлайҙар, аралашалар, һөйләшәләр, әммә һәр ерҙә тәртип. Әйткәндәй, Алмаз бала сағынан гитарала уйнап йырлай, йырҙар яҙа. Әсәһе Гүзәл апайҙы бик күрге, һөйләшеп ултырғы килде, әммә әле ул кешеләр менән бик аралашмай тигәс, эске ынтылышты тыйҙым. Һорауҙар менән йонсоторға килгән журналист булып күренге килмәне. Киреһенсә, хәлен белешке, Алмаз өсөн рәхмәт әйтеү теләге лә ҙур ине, әлбиттә. Әммә әле кәрәкмәй тигәс, инмәнек. Тотош Рәсәй яугирҙәре һоҡланып, йәшенә төйөлөп иҫкә алған яугирҙе тәрбиәләгән Әсәгә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Рәхмәт, Гүзәл апай! Сабырлыҡ теләйем һеҙгә! Алмаздың беренсе ғаиләһендә Тимур исемле үҙенә оҡшап ҡына торған улы үҫә. Гүзәл Хәмитова төшөргән “СВО геройҙары. Позывной “Башкир”. Алмаз Сафин” тигән фильмда үҫмер малай: “Миндәге бөтә башҡортлоҡ – атайымдан. Ул мине башҡорт итеп тыуҙырған. Башҡорт булып йәшәйем дә!” – тип яуаплай. Атаһы һымаҡ, цитаталар менән һөйләшә үҫмер. Икенсе ғаиләһендә Милена менән Карина исемле ҡыҙҙары үҫә. Улар ҙа атаһына бик оҡшаған. Шуныһы берсә һоҡландыра, берсә тетрәндерә: Алмаз хаҡында беренсе кәләше Анастасия ла, тол ҡалған Дарья ла иҫ киткес итеп хәтерләй. Улар уның йөҙөндә терәк күреп, һәр саҡ ҡыйыулығына һоҡланып телгә ала. Яҡташымдың ниндәй егет булып тәрбиәләнеүен уны белгән һәр кемдән һорашырға була. Хәйер, Тимерйәр ағай, уның улы Илгиз Алмаз тураһында оҙон төндәр буйы һөйләй ала. Улар мине геройҙың яуҙаштары, хеҙмәттәштәре менән таныштырҙы ла инде. Ғөмүмән, Илгиз өсөн Алмаз – бер туғанылай. Уның кеүек батыр яҡташымды ҡәҙерләп иҫкә алған, бөтә тәрәнлегендә булмышын аңлағандар күп булһа ла, Илгиз Алмаз хаҡында яҡты хәтерҙең, асылының һәр һыҙаты өсөн үҙе һаҡҡа баҫырға әҙер. Ил һағына баҫырға уйлаған ҡустыһына һүҙен дә һеңдереп кенә әйтә белгән Алмаз: “Һәр кем үҙ эше менән шөғөлләнһен. Һин бында кәрәк. Ә илде һаҡлау – ул беҙҙең эш!” Ағаһын бик һағынып, шул уҡ ваҡытта һоҡланып хәтерләй Илгиз. “Уның кеүек башҡа берәү ҙә юҡ, ул берәү генә!” Раевканың 2-се мәктәбендә IX класты, аҙаҡ 111-се һөнәрселек училищеһын тамамлаған Алмазды тыуған яғында ғына түгел, Бердск ҡалаһының политехник колледжында бергә уҡыған һабаҡташтары ла яҡшы белә һәм хәтерләй. Уның юлы – хәрбиҙәрҙеке. Шуға ла Новосибирск юғары команда училищеһында 2014 йылдан контракт буйынса хеҙмәт итә башлауы – уның күңел талабынан. Ошо һүҙҙәрҙе мин Алмаз тураһында һөйләшкән нисәмә кешенән ишеттем. Күпме ишетәсәкмен әле. Ана шундай асылы менән ҡәҙерле лә ул минең өсөн. Шуға бер килке яҙа алмай, күңелемдәге Алмаз тураһында һөйләй алмай йөрөнөм... Уның тураһында бер кеше менән генә һөйләшеп йәки бер кистә генә ултырып яҙып булмай. Алмаз Сафин – ул ҙур хәрби донъя. Килер быуындар беҙҙең командир хаҡында онотмаҫлыҡ итеп яҙығыҙ! Алмаз хаҡында яугирҙәр менән һөйләшмәйенсә булмай, әлбиттә, сөнки ул – һөнәрен иҫ киткес яратҡан профессиональ хәрби. Күптәр, башта уның шундай физик яҡтан да, рухи яҡтан көслө асылын күреп: “Кем һуң ул Алмаз Сафин? Ни өсөн ул бөтәһенә лә командалыҡ итә? Кем һуң ул шул тиклем? Рядовой, әммә үҙен бригада командиры һымаҡ тота, сөнки ҡулынан килә. Рядовойҙан алып офицерҙарға тиклем уны тыңлай, иҫәпләшә. Рядовой, бөтәһенә лә йөрөп, күрһәтмәләр биреп, етәкселек эшләргә тейешле мәсьәләләрҙе хәл итә, былай булмай. Һиңә икенсе погондар кәрәк!” – тигән уға хеҙмәттәштәре. Ике аҙна эсендә уға старшина погондары тағылған да инде. Уның белемен, эшмәкәрлеген баһалап, коллегалары менән бергә атҡарылған эш был. Алмаздың армияға алынған йәш егеттәр менән эшләүе тураһында айырым китап, әсбап яҙырға була. 2014 – 2017 йылдарҙа ул Новосибирск юғары хәрби команда училищеһының уҡытыу үҙәгендә отделение командирҙары әҙерләү эшен алып бара. Бар асылы менән хәрби тормош өсөн яралған Алмаз Тимерғәле улы был мөхиттә үҙен таба, мөхит уны таба. Училище өсөн егеттәрҙе ул үҙе һайлап ала. Башта Башҡортостанға ҡайтып, Башвоенкоматта үҙенә кәрәк, физик яҡтан көслөләрҙе ҡарап сыға. Ә инде аҙаҡ берәй аҙна күнекмәләрҙә шөғөлләнгәндән һуң, 20 – 30 йәш “новобранец”ты үҙе менән Себер тарафтарына алып китә. Уның алып килгән егеттәренән аҙаҡ уҡыу йортонда ғына түгел, яу ҡырында ла, күнекмәләрҙә лә барыһы ла ҡәнәғәт. Бер кемгә лә хас булмаған фекерләүе, һәр килеп тыуған мәсьәләне аҙағына тиклем еткереп, хәл итеп ҡуйыуы менән Алмаз бөтәһен дә таң ҡалдырған. Уның менән эшләүе еңел ине, ти коллегалары. Алмаз Сафин 2018 йылда Сириялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. Махсус хәрби операция уның өсөн тәүге ҡораллы конфликт түгел. 2022 йылдың 30 сентябрендә 237-се гвардия десант-һөжүм полкының 76-сы десант-һөжүм дивизияһы составында ул яңы төбәктәргә юллана. Әйткәндәй, МХО-ға ебәреүҙе һорап, дүрт тапҡыр ғариза яҙа, баш тарталар. Шунан ул сираттағы тапҡыр мөрәжәғәт иткәнендә, әгәр ебәрмәйһегеҙ икән, увольнениеға яҙам һәм башҡа юл менән булһа ла ил һағына баҫам, тип әйтә. Һәм бына ул – яуҙа. ...Алмаздың тап мин белгән Алмаз икәнен аңлағандан алып күңелдә әллә ниндәй тойғолар йәшәне. Берсә оло ҡайғынан йөрәккә урын табып булманы, икенсенән, уны белгәндәр менән аралашҡандан һуң, оло ғорурлыҡ, арабыҙҙа, яҡташтарым араһында шундай егет бына ғына беҙҙең арала йәшәп китеүенән оло ғорурлыҡ тойғоһо биләне. Уның тураһында һөйләргә теләгән яугирҙәр бик күп. Иҫәбе-һаны юҡ һымаҡ хатта. Бер нисәһе менән аралашҡандан һуңғы яҙмаларҙы гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәм. Батырҙың тулы образын тыуҙырыу өсөн был яугирҙәрҙең фекере бик мөһим. “Поэт” позывнойлы егет менән мине Алмаздың ҡустыһы таныштырҙы. Ул бына нимәләр һөйләне: – Был осрашыуҙы, ҡасандыр “Башкир”ҙы белеүемде бер ҡасан да онотмаясаҡмын. Тәүге күрешеүебеҙ Херсон өлкәһенең Геническ ҡалаһында булды. Беҙ уҡыуҙа инек, йәғни саҡ ошо яҡтарға килеп төшкәнбеҙ. Беҙҙе төрлө подразделениеларға бүлделәр. Берәй ун биш кеше ҡалғанбыҙҙыр, шул тирәлә уралып, баҫып торабыҙ. Ошонда көтөп тороғоҙ, тинеләр. Унда элек балалар лагеры булған. Беҙ шунда урынлаштыҡ һәм нимә тип әйтерҙәр икән тип көтәбеҙ. Шул саҡ “Башкир” килеп сыҡты. Уның менән “Кнут” та бар ине. Өсөнсө бер иптәш тә булды, әммә беҙ уның менән яҡындан танышып өлгөрмәнек. Ҡайҙалыр китте ул, ҡайҙа икәнен дә белмәйбеҙ. Эш унда түгел. Ярай. “Башкир” беҙҙән: “Ҡайһы яҡтан булаһығыҙ?” – тип һораны. Ихлас йылмая. Әле булһа уның шул яғымлы йылмайыуы ныҡ хәтерҙә. Беҙ бөтәбеҙ ҙә Кузбасстан инек. Һеҙ бик көслө егеттәр, тип беҙҙе маҡтап та алды. Ул Кузбасстыҡыларҙы белә икән. Аҙаҡ ул беҙгә: “Егеттәр, әйҙәгеҙ, йыуынайыҡ, ҡырынып алайыҡ, үҙебеҙҙе тәртипкә килтерәйек”, – тине. Белмәйем, нимәгә бәйле булғандыр, барыһы ла ул нимә әйтә, шуны тыңланы. Йыуына, ҡырына башланыҡ. Нисектер күңеллерәк булып китте. Уны һис оноторлоҡ түгел. Ул кешеләр араһында иң-иңе ине. Беҙҙең взводҡа нимә вәғәҙә итте, барыһын да үтәне. Һәр беребеҙҙе хәстәрләй ине. Кемебеҙ булһа ла нимәнелер дөрөҫ эшләмәй икән, ул шул кешенән көлөп, мыҫҡыл итмәне. Бына беләһегеҙме, ул беҙҙең взводтағы һәр егет өсөн үҙен яуаплы тойҙо, үҙ итте. Ул хатта юғарыраҡ командованиенан да беҙгә һүҙ тейҙермәне. Гелән беҙҙең яҡлы булды. Ә үҙе өйрәтте, тәрбиәләне, беҙҙең менән бик күп һөйләшә, аралаша, аңлата торғайны. Үҙе шундай тәртипкә өйрәткәс, беҙҙән дә талап итте, башҡалар алдында ла кемебеҙҙең кем икәнен белеп яҡланы, һүҙ тейҙермәне. Проблемағыҙ булһа, ғаиләлә ниндәйҙер хәлдәр килеп тыуһа йәки нимәлер шылтыратып әйттеләр икән, килегеҙ, һөйләшегеҙ, мин һеҙҙе һәр саҡ тыңларға, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙермен, тип әйтә торғайны. Бер ҡасан да ярҙамдан баш тартҡаны булманы. Бына бер ҡасан да. Ул – минең иң шәп командирым! Ниңә улай килеп сыҡҡандыр... (тынлыҡ). Ошо ваҡыт арауығында ул мин белгән кешеләр араһында – иң шәбе! Әгәр беҙ унда иң яҡшы взвод булғанбыҙ икән, былар барыһы ла – “Башкир”ҙың ҡаҙанышы. Бөтә ерҙә контроль, бөтә ерҙә тәртип. Бөтәбеҙ ҙә бер-беребеҙҙе ихтирам иттек. Былар барыһы ла – “Башкир” шундай булған өсөн. Бөгөн беҙ нимәлер беләбеҙ икән, башҡа егеттәр нимәгәлер өйрәнгән икән – барыһы ла “Башкир”ҙың эше. Ҡайһы берәүҙәр арабыҙҙа юҡ та инде. Ул күнекмәләр ваҡытында йыш ҡына беҙгә тауышын күтәреп, ярһып былай тип әйтә торғайны: “Өйрәнегеҙ, бирешмәгеҙ, ғаиләләрегеҙгә, ҡатындарығыҙға, атай-әсәйҙәрегеҙгә һеҙҙе алып ҡайтырға теләгем юҡ. Мин берәүгә лә кемделер алып ҡайтып тапшырырға теләмәйем. Ошо һуғыш тамамланғандан һуң беҙ бөтәбеҙ ҙә йыйылышырға тейешбеҙ. Мин һәр берегеҙҙең өйөнә барасаҡмын!” “Башкир”! Нисек инде улай? Һин бит һәр беребеҙҙең йортона ҡунаҡҡа килергә вәғәҙә иткәйнең... (тынлыҡ). Ул бит шундай кеше ине. Мин үҙ ғүмеремдә Алмаз менән таныш булыуыма һис үкенмәйем. Киреһенсә, был шундай ҙур бәхет. Башта уның ни өсөн беҙгә шундай талаптар ҡуйғанын аңламай ҙа инек. Күнекмәләр мәлендә һис еңел түгел ине. Үҙе иртүк тора, алдан йүгерә. Аҙаҡтан, ваҡыт үтеү менән генә быларҙың барыһы ла беҙҙең файҙаға икәнен төшөнәһең. Беҙ уны тыңлай торғайныҡ. Кис һайын беҙ Луганск өлкәһенең Петровка ауылында булғанда (унда беҙҙең ППД – пункт постоянной дислокации), усаҡ яғып ултырабыҙ һәм киске аш ашайбыҙ, һәр береһе үҙенең хәлен һөйләй, аралашабыҙ. Быны ла “Башкир” уйлап тапты. Ә ундағы шарттарҙа бербереңә рухи яҡтан терәк булыу бик мөһим. Кемдеңдер проблемаһы бармы, нимәлер әйткеһе килә икән, барыһы ла шунда хәл ителә. Төрлө ҡапма-ҡаршылыҡтар булмаһын, үҙ-ара татыу, терәктәш булыу өсөн эшләгән ул барыһын да. Быларҙы ла аҙаҡтан тәрән аңлайһың. Ул бер ҡасан, бына бер ҡасан да бер кемде лә ташламаны, башҡалар тураһында насар һүҙ ҙә әйтмәне. Тота килеп кемдер хаҡында яман һүҙ әйтеү – был “Башкир” тураһында түгел. “Башкир” ярҙам итәсәк, әммә бер ҡасан да рәнйетмәйәсәк. Ул ысын ир-егет ине. Уның тураһында көноҙоно һөйләргә була. Күңелле лә, моңһоу ҙа миҫалдар килтерергә була. Туҡтамай һөйләргә лә һөйләргә була, сөнки тормошобоҙҙа ул тәрән һәм сағыу эҙ ҡалдырҙы. Нисек ул һәләк булды, тиһегеҙме? 14 ғинуар көнөн иҫкә төшөрөүе лә ауыр. Атыштар башланды. “Башкир”ҙан мин берәй утыҙ метр тирәһе алыҫлыҡта ята инем. Бәлки, яҡыныраҡтыр ҙа. Атыш бара. Беҙҙең бер егет яраланды. Ул ҡысҡыра, ыңғыраша башланы. Уға ярҙамға ике кеше йүнәлде. Беләһегеҙме, ошо ваҡытта “Башкир” ҙа яраланған булған. Әммә ул өндәшмәне. Егеттәр баяғы ыңғырашыусыға йүнәлде. Атыш һаман бара. Ҡыҙып та китә. Артиллерия үҙ эшен башланы. Бына бөтәһе лә әле генә булған кеүек. Быларҙың барыһын да бик яҡшы хәтерләйем. Унда булдым, үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Бер-ике минутлыҡ тынлыҡ урынлашты. “Башкир” бөтә ошо атыш ваҡытында командалыҡ итте, уның яраланған булыуы тураһында уй берәүҙең дә башына килмәне. Атыш бер аҙға тынып ҡалды. “Троечка”ға ярҙам күрһәттеләр. Артиллерия апаруҡ ҡына кәрәкте бирҙе. Тағы ла берәү яраланды. Икенсе бер егет уға ярҙам күрһәтте. Шунан һуң ғына беҙҙекеләрҙән кемдер: “Башкир”, триста!” – тип ҡысҡырҙы. Ваҡиғалар йәшен тиҙлеге менән барғандай булды. Мин, “Близнец”, “Хирург” уның янына барҙыҡ. “Хирург” – беҙҙең ротаның медигы. “Башкир”ҙы ситкә алып киттек. Өсәүләшеп берәй илле метр тирәһендә ике ағас араһына уны һөйрәп алып барып һалдыҡ. “Башкир” кәүҙәгә бәһлеүәндәй ине бит (йылмая – авт.), еңел генә итеп күтәреп алып китеп булмай. Өсәүләп тиҙ генә илтеп һалдыҡ, нимә, нисек, тип һорашырға тырышабыҙ, ул инде бер һүҙ ҙә аңлатып әйтер хәлдә түгел ине. Беренсе медицина ярҙамы күрһәтә башланыҡ. Йәһәтерәк бронежилетын һалдыҡ. Каскаһын. Автоматын ситкә атып бәрҙек. “Хирург” ярҙам күрһәтә, мин ҡаплап ятам, сөнки медицина йәһәтенән оҫталығым юҡ ине. “Близнец”-Сашок бинттар, жгуттар биреп тора. Шунан бер мәл “Башкир” аңына килде. Һис көтмәгәндә. Беләһегеҙме, ул нимә тине? “Пацаны мои! Мои пацаны там! Мне надо туда!” “Близнец” уны тынысландыра, бына егеттәрең бында, “Поэт” яныңда, ти. “Поэт” – минең позывной. “Башкир” миңә өндәште: “Поэт”, “Поэт”!.. Мин уға бында булыуымды аңлатып, бирешмә, саҡ ҡына түҙ, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ, хәҙер яраларыңды бәйләйәсәктәр, эвакуация килә хәҙер, тип яуап ҡайтарам. Ул ултырырға, баҫырға маташа. Мин янында ятам һәм ҡулым менән уны киреп ятҡырам. “Башкир, ятып тор әлегә!” – тим. Эвакуация төркөмө килә ине инде. Ул барыбер ҙә торорға, егеттәр янына барырға теләй. Бинттарға урап ҡуйҙыҡ. Эвакуация төркөмө рация аша бәйләнешкә сыҡты. Улар килеп етте. Уны берәй 150 метр алыҫлыҡта урынлашҡан урынға алып барып еткерергә кәрәк ине. Медик та килеп етте. Траншея, окоптар араһындағы ҡаплаулы урынға алып киттеләр. Мин егеттәр янына табан шыуыштым. Үҙебеҙҙекеләрҙең хәлен белергә. Мин унда барып кире килгәнсе ҡаршыма “Геолог” (Ванька) шыуыша. Беҙ уның менән осрашҡан ерҙә миңә: “Антоха, “Башкир” – “двоечка” тине. Һәм бөттө... Ошо көндә беҙҙең взводтың бөтә өмөттәре емерелде. “Башкир” артынан ҡайҙалыр барыу һис ҡурҡыныс түгел ине, ғөмүмән, уның менән бер ерҙә лә ҡурҡыныс булманы. Яныбыҙҙа “Башкир” булғанға, үҙебеҙҙе ныҡ ышаныслы тоя инек. Беҙҙең менән “Башкир”, тимәк, беҙ еңәбеҙ! Ә ул көндә һәр беребеҙҙең нимә кисергәнен әйтеп аңлатып булмай. Барыһы ла, әйтерһең, яман төш кеүек. Танк беҙгә ташланды. Башты ла ҡалҡытып булманы. Артиллерия беҙгә ярҙамға килде. Ҡаршы тора алдыҡ. Унда нимәләр генә булманы, бәхеткә күрә, бөтәбеҙ ҙә иҫән ҡалдыҡ. Бары тик “Башкир” ярҙамында. Ул беҙҙе өйрәтте, ул һуңғы һулышына тиклем алышта булды. Беҙҙе һаҡланы. Тик ни өсөндөр шул көндә “Башкир” үҙе беҙҙең менән ҡалманы. Бына шундай хәлдәр... Башҡа бер нимә лә әйтә алмайым... Бына шулай... Яугирлек юлы – ул үлемһеҙлек юлы Татарстанда Алмаздың Рәмил Шәрипов исемле дуҫы бар. Ул Ҡазандан. Бергә Бердск политехник колледжында уҡығандар. Әйткәндәй, Алмаз ошо уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Рәмилдең Алмаз иҫән саҡта бер ҡасан да Башҡортостанға килгәне булмаған, әммә уларҙың дуҫлығы йыш аралашмаһалар ҙа, телефондар, һирәк кенә бәйләнеш аша ла һаҡланған. Алмаз Сафин батырҙарса һәләк булғандан һуң, “Татар” иң ныҡ ҡайғырған кешеләрҙең береһе була: “Мөмкинлек булып, яңынан һөйләшеп, әгәр нимәнелер үҙгәртергә булһа икән... Әммә Алмазды яҡшы белгән кеше булараҡ әйтәм. Ул тыумыштан батыр ине, барыбер ошо юлды һайлар ине!” Егеттәр беҙҙең замандың ысын яугире, ысын кешеһе хаҡында һөйләй. Шул мәлдәрҙе улар менән бергә кисергәндәй булаһың. Уларҙың фекере ҡаһарман яҡташыбыҙҙың асылын күрһәтә. Алмаздың кешелекле, нескә юморлы, ярҙамсыл булыуы тураһында тағы бер миҫал килтерергә була. Ул Новосибирск ҡалаһындағы ике өлкән йәштәге инәйгә даими ярҙам итеп торған, балалар йортон ҡараған. Ә инде курсанттар араһында КВН командаһы төҙөп, уларҙа юморға һөйөү тәрбиәләүе үҙе үк командирҙың киң даирәле, киң ҡоласлы фекерле булыуы тураһында һөйләй. Ғөмүмән, Алмаздың егеттәренә әйткән һүҙҙәре, теләктәре, юморлы һүҙҙәренән үҙе бер бәләкәй генә цитатник төҙөп була. Сираттағы әңгәмәсем менән һөйләшәбеҙ. Евгений Селиванов та Алмаз хаҡында кисерештәрен уртаҡлаша. Хәйер, Алмаз – шәхсән минең өсөн һәр саҡ иҫән. Ул тереләрҙән-терерәк. Яугирлек юлы – ул үлемһеҙлек юлы. Евгений Псковҡа әҙерлек өсөн килгән була. Алмаз менән улар тап шунда күрешкән. Евгений артиллерияға китергә тейеш, әммә әҙерлек барышында Алмаз уға үҙе менән бергә юлланырға тәҡдим итә, һәм егет һис уйлап та тормайынса ризалаша. Херсонға килеп етәләр. Алмазды отделение командиры итеп тәғәйенләйҙәр. – Днепр өсөн алыш башланды. Беҙҙең полк йылғаның аръяғына сығырға тейеш. Әммә Алмаз, минең янға килеп, полкты һаҡлап, был яҡта ҡалырға тәҡдим итте. Уға ышаныс йөҙөнән мин ошонда ҡалдым. Алмаздың шундай үҙенсәлекле холҡо була торғайны, ул кешеләр менән һөйләшә, ышандыра, инандыра белде. Әйтерһең, барыһы ла яҡшы һәм уңышлы буласаҡ. Улар кәрәкле урынға юлланды. Торараҡ ул мине ҡалған урындан взвод командиры булараҡ үҙенә тартып алды. Уның ҡул аҫтына кире ҡайттым. Ул взвод командиры булып, полк командалығы кимәлендәге мәсьәләләрҙе хәл итә ине. Үҙенең яугирҙәре өсөн ҡалҡандай терәк булды, шәхсән үҙем уның ныҡлы иңен тойҙом. Ул үҙе беҙгә шундай мөнәсәбәттә булғас, беҙ ҙә үҙебеҙҙе уның алдында бик яуаплы итеп тоя инек. Һәр ваҡыт аралаша, һөйләшә ине, күнекмәләр тураһында әйтеп тормайым. Хәрби заданиенан ялға килгән арала ла хәрби күнекмәләр туҡтатылманы. Былар барыһы ла ысын мәғәнәһендә беҙҙең өсөн генә түгел, хәрби әҙерлек, илде һаҡлау өсөн дә бик ныҡ кәрәк ине. Күнекмәләргә үҙе алдан сыға, штабта ҡасып ултырған командир булманы. Башлап үҙе юл күрһәткәндәр затынан ине. Һуңғы алышты бик яҡшы хәтерләйем. Беҙгә ҡаршы һис көтөлмәгәндә яу асылды. Командир мине үҙе янына саҡырып алды, һәм беҙ фашистарҙың нимә ҡорғанын белеп ҡалдыҡ. Уларҙың пулеметтары беҙгә ҡаршы эшләй башланы. Беҙ яттыҡ, ә командир һаман аяғөҫтө тороп, беҙгә ҡайҙа барырға, нимә эшләргә кәрәклеген ҡысҡырып аңлатты. Беҙ йәнә хәрәкәт итә башланыҡ. Ҡаты алыштабыҙ. Бирешкән юҡ. Минометтан өс тапҡыр ебәрҙеләр. Тупраҡ аҫтында ҡалдыҡ. Костя менән командирға ярсыҡтар тейҙе. Егеттәр уларҙы сығара башланы, “Башкир” иҫән ине әле. Командирҙан ишеткән иң һуңғы өн, ул, әйтерһең, бөтә урманды яңғыратып иңрәне: “Ҡайтарығыҙ мине егеттәрем янына, мин уларҙы унан алып сығырға тейеш!” Үлеменең яҡынлашыуын һиҙһә лә, ул беҙҙең хаҡта уйланы, беҙҙе хәстәрләне. Яраланһа ла, бер кем дә “ул һәләк булыр” тип уйламаны ла. Бер мәл рациянан “Башкир” – 200” тигән хәбәр таралды. Бөтә рота иланы. Өс көн буйы бер кем берәү менән дә һөйләшмәне. Беҙ уны һаҡлай алмауыбыҙҙы һиҙә инек. Ошо тойғонан бик ауыр булды. Аҙаҡ беҙҙе хатта ерләшергә лә ебәрмәнеләр. Командир батырҙарса һәләк булды, ә беҙҙең хаҡта, уның янында булғандар тураһында, бөтөнләй оноттолар. Ә командир оноторлоҡ кеше түгел ине. Уның хаҡында килер быуындар белерлек, мәңге онотмаҫлыҡ итеп яҙығыҙ! Ул онотола торған кеше түгел!.. “Башкир”ҙы барыһы ла ихтирам итте Кузбасстан тағы бер егет бар. “Док” позывнойлы, шулай уҡ Евгений, тик Миронов. Уның һөйләгәндәрен дә гәзит уҡыусыларға еткерге килә. Яугирҙәр үҙҙәре лә шулай һорай. Минең дә эске ынтылышым Алмаз тураһында мөмкин тиклем тулыраҡ һөйләргә өндәй, мөмкин тиклем тәрәнерәк яҙғым килә. – 2022 йылда беҙ мобилизацияланып, Омск ҡалаһына барып эләктек. Торараҡ беҙҙе Геническ ҡалаһына күсерҙеләр. Беҙ, Кузбасс егеттәре, бергә инек, ҡайҙа барырға, нимә эшләргә белмәй торабыҙ. Шул саҡ беҙҙе йыйҙылар, һәм бинанан ғәләмәт ҙур бер ир килеп сыҡты. Ул шул тиклем ҙур, хатта ҡарап торһаң, ҡурҡыныс булып китә (йылмая – авт.). Эстән генә, бөтәһе лә ҡурҡып ҡалғандыр, тип уйлайым. Етмәһә, һәр беребеҙгә текләп ҡарап сыҡты ла ҡайһы яҡтан булыуыбыҙҙы һораны. Беҙ Кузбасстан булабыҙ, тинек. “Бөтәгеҙ ҙә шул яҡтанмы ни?” – тип һораны, “эйе” тинек. Былай булғас, барығыҙ ҙа минең менән булырһығыҙ, тине. Был Алмаз Сафин менән тәүге күрешеү ине. Торараҡ беҙҙе Луганск Халыҡ Республикаһына күсерҙеләр. Петровка ауылы тирәһендә йәшәй башланыҡ. “Башкир” тураһында бик күп яҡшы хәтирәләр менән уртаҡлаша алам. Ул, быға тиклем үк һуғыш юлын үткән яугир, донъяла бөтә нәмәне лә белә. Һәр беребеҙҙе тыңлай, кәңәше менән дә ярҙам итә. Серҙәрең менән дә уға мөрәжәғәт итеп була, бөтәһе лә уға тартылып тора ине. Уның янында, әйтерһең, тормош бөтөнләй икенсе төрлө ҡайнай. Уның менән аралашҡы килә, уға оҡшарға теләйһең, уның кеүек булғы килә. “Башкир”ҙан ысын мәғәнәһендә ҡурҡаҡтар үҙҙәре үк ҡурҡа ине, әммә ул барыһын да өйрәтергә, тәрбиәләргә тырышты. Хәрби шарттар. Бында берәү ҙә үҙен генә уйларға тейеш түгел. Беҙҙең ротала өс взвод ине, Алмаз – взвод командиры. Беҙҙә һәр саҡ тәртип, бөтәһе лә үҙ урынында. Ротный беҙгә бер ҡасан да килмәй ҙә ине, сөнки ул “Башкир”ҙан ҡурҡа. Уның ротаһына бер кем бер һүҙ әйтә алмай, сөнки бында һәр береһе нимә, ҡайҙа, нисек эшләргә тейешлеген, иң мөһиме – яуҙа икәнен яҡшы белә. Шәхси мәсьәләләрҙә лә ярҙам итә. Уның тауҙай киң яурынына килеп, йәшен түккәндәр ҙә булды, ул барыһын да тыңлай, хәлен еңеләйтергә тырыша. Ул командалыҡ иткән хәрби составта бер кем дә Алмаздың иғтибарынан ситтә ҡалмай. “Башкир”ҙы барыһы ла ихтирам итте, сөнки уның теүәл, белемле, аҡыллы, шул уҡ ваҡытта киң күңелле кеше икәнен белә инек. Ул беҙгә атай һымаҡ булды, бәлки, атайҙан да яҡыныраҡтыр. Кәрәк икән, иманыңды ла өшкөрөп ала, кәрәк икән, ярҙамға ла килә. Һәр кемгә уның айырым мөнәсәбәте булды, әммә талаптар бөтәһенә лә бер иш. Ҡамсыһы ла, перәниге лә янында ине. Һуңғы тапҡыр Кременная тирәһендә күрештек. Уларҙы шул яҡҡа ебәрҙеләр. Әле тағы күрешербеҙ, тип айырылыштыҡ. Аҙаҡ уның вафаты тураһында ишеткәс, бөтөнләй аң ҡабул итмәне. Кем кем, әммә “Башкир” үлә торған кеше түгел ине. Командирҙарға, яугирҙәргә, водителдәргә шылтыратабыҙ, бөтәһе лә бер үк хәбәр әйтә, әммә күңел ышанырға теләмәне. Ҡатынына шылтыратып, ул ошо ҡот осҡос хәбәрҙе раҫлағас, өнһөҙ ҡалдыҡ. Беҙҙең тамам һуш китте. Нисек инде? Алмаз? Бының булыуы мөмкин түгел... Бер кем дә был хәбәргә ышанырға теләмәне. Беҙҙең бит унан да яҡыныраҡ кешебеҙ юҡ ине. Дүрт ай эсендә ул беҙҙең өсөн туғандай ғәзизебеҙгә әйләнгәйне. Алда әйткәнемсә, ул һуғыш тураһында ла, һуғышҡа ҡағылмаған нәмәләр хаҡында ла барыһын белә, аңлата, төшөндөрә ине. Беҙ унһыҙ етем ҡалған кеүек булдыҡ. Һуңғараҡ мин, башҡорттар менән танышып, улар менән аралашып киттем. Шунда Алмаз тураһында һүҙ сыҡты. Улар минең “Башкир”ҙы белеүемә үҙҙәренсә таң ҡалды. Уның менән бергә яуҙаш булыуым, аралашыуым – минең өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ. Алмаз өсөн кешенең ниндәй милләткә, дингә ҡарауы мөһим түгел ине, “Башкир” кешеләрҙә кешелеклелекте, һөнәри оҫталыҡты баһаланы. Бөтәһе лә уның янында булды. Барыһы ла “Башкир”ҙың дуҫы булырға тырышты... Ә бына Вадим Рамаҙанов – Алмаздың яҡташы. Ул йәш егетте үҙе менән бергә Новосибирск яҡтарына алып киткән. – Башҡортостандан йәштәрҙе үҙе һайлап ала һәм етди рәүештә хәрби тормошҡа әҙерләй ине. Беҙҙе, ниндәй милләттән булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, мои башкирята тип йөрөттө. Һәр беребеҙҙе хәстәрләне, бер ҡасан да башҡаларҙан кәмһетергә бирмәне. “Иң шәп яугирҙәр – Башҡортостандан!” – тиер ине. Ул – минең өсөн хәрби мөхиттәге генә түгел, тормошомда ҙур роль уйнаған кеше. Ул беҙҙе ысын ир-егеттәрсә йәшәргә өйрәтте. Китаптар, теория аша ғына түгел, ә шәхси миҫалында. “Чуваш” позывнойлы яугирҙең дә Алмаз өсөн йөрәге әрней, сөнки егеттәр үҙҙәренең барыһының да иҫән ҡалып, дошмандарҙың Кременнаяға табан йүнәлгәнен белеп ҡалған Алмаз алышты һөжүмгә күсереү һөҙөмтәһендә был майҙанда еңеп сығыуын тәрән аңлай. Разведка эшен оҫта атҡарыуы менән Алмаз Сафин биш дошманды юҡ итә. Ҡаршы яҡ минометтан ут сәселә башлағас, алда яҙылғанса, командир ҡаты яралана. Шул килеш тә ул позицияһын ҡалдырмай, киреһенсә, командалыҡ эшен дауам итә, бойороҡ бирә. Был яуҙа ВСУ яғынан биш хәрби, бер танк һәм ике бронемашина юҡ ителә. 2023 йылдың 14 ғинуарында Красно-Лиман йүнәлешендә старшина Алмаз Сафин командалыҡ иткән десант взводы фашистарҙың Кременная ҡалаһын аҫтыртын рәүештә яулап алырға ниәтләнеүен кисектерә. Дошмандар уңышҡа өлгәшә алмай һәм кире сигенә. – Беҙ юл аша ултыртылған лесопосадкаға “Г” хәрефе формаһында инә башланыҡ. Алмаз тәүгеләрҙән булып дошмандарҙың төркөмөн күреп ҡалды. Уларға ҡаршы ут асты һәм һөжүмде үҙенә табан йүнәлтте. Алыш ҡыҙҙы. Әммә башта берәү ҙә уның яраланғанын белмәне. Бер килке ваҡыттан һуң “Башкир” – 300” тип ҡысҡырҙылар. Беҙгә биш яҡтан һөжүм иттеләр, әммә яраланған килеш тә Алмаз бында ҡалды, командалар бирҙе, дөрөҫ йүнәлеш күрһәтте. Дошман ныҡлы ҡоралланғайны. РПГ-нан (танкыға ҡаршы ҡул гранатометы), пулемёттан, миномёттан еппәрҙеләр генә. Беҙҙә бөтәһе лә тиерлек новобранецтар ине. Әгәр Алмаз беҙҙе ҡаплап, үҙе аҙаҡҡа тиклем алышмаһа, кем белә, бәлки, беҙ һәләк булыр инек. Әммә ул беҙҙе һаҡланы. Ошо яу тулыһынса еңеп сығылған икән, бары тик Алмаздың оҫта командир булыуына, разведка оҫталығына, ҡурҡыу белмәҫ батырлығына бәйле. Ундағы яу бөтөнләй күҙ уңында тотолмай ине. Бары тик Алмаздың һиҙгерлеге менән ул кисектерелде һәм еңеп сығылды. Алмаз Сафин яугирҙәр араһында бик тәрән хөрмәт ҡаҙанған старшина, командир булды. Унан шундай энергия бөркөлә ине, әйтерһең, мәңге арымай торған кеше. Бөтәһе лә уға оҡшарға, уның кеүек булырға тырышты. Уның айырым башҡорт отряды булды. Шевронында ла “Башкир” тип яҙылғайны. Кем уның отрядын күрә, белеп тора былар ҡайҙан һәм кемдәр икәнен. Беҙ Херсон өлкәһенең Арбат косаһында саҡта бергәләп студияға барып, йыр ҙа яҙҙырҙыҡ. Был йырҙы Алмаз йырлай. Унан минең ике туған ағайым менән бергә “Башкир” “237-се штурмовой полк” тип аталған йыр ҙа яҙҙы. Ул беҙҙең батальондың ғына түгел, полктың гимнына әйләнде. Берәйһе нимәнелер эшләй алмайым тиһә, Алмаз шунда уҡ аңлата башлай. “Эшләй алмайым түгел, эшләргә теләмәйем. Шуға күрә хәҙер мин һиңә барыһын да төшөндөрәм, шунан һинең үҙенән-үҙе эшләгең киләсәк!” – был уның һүҙҙәре. Ундағы рух тураһында әйтеп торорға ла түгел. Уның хатта эргәһенән ҡеүәтле көс ташып тора. “Башкир” булмаһа, алышта ҡатнашҡан 12 кешенән кем иҫән ҡалыр ине икән, билдәһеҙ. Беҙҙең барыһы ла иҫән сыҡты. Алмаздан башҡа... Бөгөн үҙем, тап Алмаз Сафин өйрәткәнсә, йәштәрҙе хәрби хәрәкәттәргә өйрәтәм, әҙерләйем. 2022 йылдың 14 ғинуарында Башҡортостан егете, бик күп Рәсәй яугирҙәренә өлгө булған Алмаз Сафин яуҙа батырҙарса һәләк булды. “Хәрби бурысын үтәгәндәге ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн старшина Алмаз Миңлеғәле улы Сафинға Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен (үлгәндән һуң) бирергә” тип яҙылған Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 17 ғинуарҙағы Указында. Яугиргә тәрән ихтирам йөҙөнән уның юғары һөнәри оҫталығын баһалап тәҡдим ителгән наградаға өс көн эсендә ҡул ҡуйылған. Был бик һирәк осраҡ! Һуңғы һүҙ Алмаз Сафин махсус хәрби операцияға тиклем үк “Хәрби ҡаҙаныштар”, “Сириялағы хәрби операцияла ҡатнашыусыға”, “Хәрби хеҙмәттәге биш йыл” миҙалдары менән бүләкләнгән. Башҡортостанда Рәсәй Геройы Алмаз Сафиндың исемен мәңгеләштереү өсөн эш алып барыла. Уны һуңғы юлға оҙатыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты һәм Әсәһенә Улының М. Шайморатов орденын тапшырҙы. Алмаздың исеме үҙе уҡыған Раевка ҡасабаһының 2-се мәктәбенә бирелгән. Герой партаһы бар. Әлшәй районы үҙәгенең “Ватан-әсә” мемориалында Алмаз Сафинға былтыр Еңеү көнө уңайынан бюст асылды. Район балалары “Алмаз” хәрби-патриотик йырҙар башҡарыусы вокаль-инструменталь ансамбль төҙөп, йырҙар башҡара, илһөйәрлек сараларында ҡатнаша. Махсус хәрби операция биләмәһендә Алмаз Сафин исемендәге батальон ил азатлығы өсөн көрәшә. Алыҫ Себер яҡтарында ла бик яҡшы хәтерләйҙәр Алмазды. Бердск политехник колледжында стела ҡуйылған. Уҡыу йортоноң музейы Алмаз тураһында мәғлүмәт менән байытылған. Сергей Демин исемле дуҫы “Башкир”ҙың бушлатын бүләк иткән. Новосибирск юғары хәрби команда училищеһы уҡытыу үҙәгенең командирҙар әҙерләү бүлегендә Алмаз Сафин методикаһы буйынса махсус хәрби операция тәжрибәһен уҡытыу процесына индереү бара. “Рәсәй Геройы Алмаз Сафиндың ҡаһарманлығы һәм уҡытыу, практик алымдары яңы әсбаптарҙа яҙыласаҡ!” – ти Новосибирск юғары хәрби команда училищеһы уҡытыу үҙәге уҡытыу ротаһының командиры Евгений Кретов. Уҡыу йорто алдында “Башкир” позывнойлы ҡаһарман яҡташыбыҙға 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнөндә бюст асылған. Әлшәй районының Шафран ауылындағы туғандар ҡәберлегендә тын ғына илап торған ирҙәрҙе күргәнем бар. Барыһы ла илай... Улар һаман Алмаздың яҡты донъянан китеүе менән әллә килешә алмай, әллә үҙҙәре өсөн атай ҙа, ағай ҙа, терәк тә булған кешене һағына, әллә ысынбарлыҡ менән килешә алмай күҙ йәштәре түгелә. Мин дә илайым. Йәш кенә Алмаздың көслө энергетикаһын тойоп ҡалғандан һуң, ул кешене онотоп булмай. Ул тарихта ҡалған Герой түгел. Ул үҙ заманында, үҙ ваҡытында тыуған Герой! Әлшәй районы мәктәптәренең береһендә осрашыуҙа батырҙарҙың исемен һорағас, балалар: “Салауат Юлаев! Шайморатов-генерал! Алмаз Сафин!” – тип яуап бирҙе. Ысынлап та, Алмаз – бөгөнгө Рәсәйҙең яңы геройы. Мин һеҙгә үҙем яратҡан Алмаз Сафин тураһында һөйләнем. Һеҙ ҙә, һеҙҙең балаларығыҙ ҙа, килер быуындар ҙа уны юғары баһалаһын һәм яратһын өсөн! ЯУГИРҘӘР Хозур һиллек. Әйтерһең дә, бына Баҡсаһына индем ожмахтың. Күктәр тағы-тағы бейекләнде, Сағыулығы күмде ҡояштың. Барыһы ла бында бөйөк сафта! Улар бында, гүйә, бер бөтөн. Бар өмөтөм һүнгән кеүек булды... Юҡ, тантана итте өмөтөм! Улар бөгөн тереләрҙән-тере! Улар рухы һаман алышта: Ил эсендә һынсыл сырайҙары, Ил сигендә сая ҡараштар. Был дәүләттең тарихтары тәрән, Яугир һынлы тотош манзара. Көрәш менән алыш араһында, Алыш менән һуғыш араһында, Һуғыш менән солох араһында Ғүмер – яугир өсөн был ара. Лариса АБДУЛЛИНА.