Найти в Дзене

Уңайлы ла, матур ҙа булған

Был объектты ауыл халҡы Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙә ҡатнашып, үҙе һайлай. Бондаренко һәм Новоселов урамдары араһындағы йәйәүлеләр юлы район үҙәгенең биш урамын тоташтыра. Ҡайын сауҡалығы эргәһендәге биләмә урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар өсөн ял итеү урынына ла әүерелде. Бында тротуар плитәһен һалалар, бордюр таштарын түшәйҙәр, архитектур формалар, балалар майҙансығын урынлаштыралар, яҡтылыҡ үткәрәләр. - Булдырған уңайлылыҡҡа һаҡсыл ҡарашта булырға, матурлыҡты һаҡларға саҡырам. Киләсәктә балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ ҙә бында ял итә һәм кесе Ватаныбыҙ менән ғорурлана алһын, - тип билдәләй район башлығы Марат Йосопов. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект «Инфраструктура для жизни») “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы ярҙамында республикала йыл һайын йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелгән. Биш йыл эсендә төбәктә 806 биләмә төҙөкләндерелгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото: Торлаҡ һәм

Был объектты ауыл халҡы Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙә ҡатнашып, үҙе һайлай. Бондаренко һәм Новоселов урамдары араһындағы йәйәүлеләр юлы район үҙәгенең биш урамын тоташтыра. Ҡайын сауҡалығы эргәһендәге биләмә урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар өсөн ял итеү урынына ла әүерелде. Бында тротуар плитәһен һалалар, бордюр таштарын түшәйҙәр, архитектур формалар, балалар майҙансығын урынлаштыралар, яҡтылыҡ үткәрәләр. - Булдырған уңайлылыҡҡа һаҡсыл ҡарашта булырға, матурлыҡты һаҡларға саҡырам. Киләсәктә балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ ҙә бында ял итә һәм кесе Ватаныбыҙ менән ғорурлана алһын, - тип билдәләй район башлығы Марат Йосопов. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект «Инфраструктура для жизни») “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы ярҙамында республикала йыл һайын йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелгән. Биш йыл эсендә төбәктә 806 биләмә төҙөкләндерелгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото: Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы.