“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының “Шәкәр диабеты менән көрәш” федераль проектына ярашлы, Өфөләге 13-сө ҡала дауаханаһының Эндокринология үҙәгендә пациенттарҙың тормош сифатын яҡшыртыу буйынса заманса технологиялар индерелә. 2025 йылдың башынан сәләмәтлектәренә айырыуса иғтибар талап иткән әсә булырға әҙерләнеүсе ике йөҙҙән ашыу ҡатын ҡулланыу өсөн инновациялы ҡорамалдар алды. Libre системалары һәм iCan i3 инсулин помпалары әсә һәм бала сәләмәтлеген һаҡлауҙа мөһим аҙым буласаҡ. Глюкоза кимәлен өҙлөкһөҙ контролләү системаһының төп өҫтөнлөгө – теүәллек һәм уңайлылыҡ. Помпа ҡулланғанда көн һайын күп тапҡырҙар инъекция яһау талап ителмәй, глюкоза кимәлен смартфон экранында күҙәтергә мөмкин. Даими мониторинг шәкәрҙең хәүефле тирбәлеүҙәрен күрергә һәм ваҡытында кәметергә мөмкинлек бирә. "Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫт