3 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркында төбәк юғары уҡыу йорттары студенттары үҙидараһы лидерҙары форумында ҡатнашыусылар менән осрашты. 2 октябрҙән 3-өнә тиклем барған белем биреү сараһында 250 студент шәхес-ара коммуникациялар ойоштороу һәм власть органдары менән үҙ-ара эш итеү буйынса күнекмәләр алды. Йәштәр менән осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы буласаҡ белгестәрҙең потенциалын юғары баһаланы. - Һеҙ - студенттар берләшмәһенең әүҙемерәк һәм һәләтлерәк вәкилдәре. Беҙҙең идара итеү командаһына һеҙҙең ҡарашҡа йәштәрҙе нимә борсоуын, белем биреүҙә һәм йәштәр сәйәсәтендә, башҡа өлкәләрҙә нимәне яҡшы яҡҡа үҙгәртеп булыуын аңлау мөһим. Беҙ республикабыҙ һәм илебеҙ өсөн ябай булмаған, шулай уҡ махсус хәрби операция һәм санкция баҫымына ҡаршы тороуға бәйле осорҙо үтәбеҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан беҙ иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең тотороҡло үҫешен тәьмин итергә тырышабыҙ, ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ. Был ҙур