Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һөйөү һәм хәстәрлек мөғжизә яһай

Краснокама районының Раздолье ауылында Муллаяровтарҙың татыу һәм берҙәм ғаиләһе йәшәй. Наталья Николаевна һәм Альберт Әсхәт улы 1987 йылдан алып бергә. Ошо йылдар эсендә улар дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. 2016 йылда Муллаяровтар ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған тағы өс балаға күңел йылыһын бирергә, хәстәрлек күрһәтергә ҡарар итә. Бөгөн уларҙың оло ғаиләһендә Эвелина һәм Сергей йәшәй, ә өлкәндәре Денис үҫеп буй еткергән дә инде. Бында балаларҙы “үҙебеҙҙеке” йәки “тәрбиәгә алынған” тип бүлгеләмәйҙәр, барыһы ла бер ҙур ғаилә булып йәшәй. Муллаяровтарҙың барыһы ла спорт менән әүҙем шөғөлләнә, йәйен велосипедта йөрөйҙәр, походҡа сығалар, йылға һәм күлдәрҙә һыу инәләр. Ҡышын саңғы, коньки һәм саналар уларҙы көтә. Наталья Николаевна элек физкультура уҡытыусыһы булып эшләгәс, балаларға спорт төрҙәренә, хәрәкәтсән уйындарға һөйөү тәрбиәләй алған. Тырышлыҡ һөҙөмтә бирә, яңы ҡаҙаныштарға юл аса. Мәҫәлән, Денис еңел атлетика менән ихлас шөғөлләнә, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеү яулай. Эвелина үҙ

Краснокама районының Раздолье ауылында Муллаяровтарҙың татыу һәм берҙәм ғаиләһе йәшәй. Наталья Николаевна һәм Альберт Әсхәт улы 1987 йылдан алып бергә. Ошо йылдар эсендә улар дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. 2016 йылда Муллаяровтар ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған тағы өс балаға күңел йылыһын бирергә, хәстәрлек күрһәтергә ҡарар итә. Бөгөн уларҙың оло ғаиләһендә Эвелина һәм Сергей йәшәй, ә өлкәндәре Денис үҫеп буй еткергән дә инде. Бында балаларҙы “үҙебеҙҙеке” йәки “тәрбиәгә алынған” тип бүлгеләмәйҙәр, барыһы ла бер ҙур ғаилә булып йәшәй. Муллаяровтарҙың барыһы ла спорт менән әүҙем шөғөлләнә, йәйен велосипедта йөрөйҙәр, походҡа сығалар, йылға һәм күлдәрҙә һыу инәләр. Ҡышын саңғы, коньки һәм саналар уларҙы көтә. Наталья Николаевна элек физкультура уҡытыусыһы булып эшләгәс, балаларға спорт төрҙәренә, хәрәкәтсән уйындарға һөйөү тәрбиәләй алған. Тырышлыҡ һөҙөмтә бирә, яңы ҡаҙаныштарға юл аса. Мәҫәлән, Денис еңел атлетика менән ихлас шөғөлләнә, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеү яулай. Эвелина үҙен гимнастикала һәм бейеүҙәрҙә һынап ҡарай, яңыраҡ волейбол менән мауыға башлаған. Сергей ҙа уларҙан ҡалышмай, мәктәп һәм райондарҙа үткәрелгән спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Наталья Николаевна дәртле, тормош һөйөүсән кеше булараҡ күптәрҙе һоҡландырып йәшәй. Хәстәрлекле әсәй, уңған хужабикә булыуҙан тыш, ул ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе лә. Муллаяровтар ғаиләһе 2019 йылда тәрбиәгә алған ғаиләләрҙең республика конкурсында икенсе урынды яуланы. Ғаилә – һөйөү, хәстәрлек, традициялар, берлектәге эш һәм бурыстар тигән һүҙ. Муллаяровтар үҙ өлгөһөндә тап ошо хәҡиҡәтте раҫлай. Эргәңдә таяныс булырлыҡ ата-әсә барҙа күңелең дә тыныс, көс-дәрт тә ташып тора, үҙеңде ышаныслыраҡ тояһың. Был яҡты, йылы йортта тәрбиәләнгән балаларҙың киләсәктә тормошта үҙ урындарын табыуына, күңелдәре ҡатмауына ышанғы килә. Бала тәрбиәләгән ғаиләләргә социаль ярҙам дәүләт ғаилә сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Хәҙерге ваҡытта республикала 1,1 миллион граждан, шул иҫәптән 204 меңдән ашыу балалы ғаилә, социаль ярҙам сараларынан файҙалана. Былтыр “Башҡортостан Республикаһы халҡын социаль яҡлау” дәүләт программаһына ярашлы, 31,1 миллиард һумдан ашыу суммала пособиелар, компенсациялар рәүешендә социаль ярҙам саралары күрһәтелгән, шуның 10 миллиард һумы балалы ғаиләләргә йүнәлтелгән. Күп балалы ғаиләләр республикала айырым иғтибар үҙәгендә. Өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең ипотеканы тулыһынса йәки өлөшләтә ҡаплатыу өсөн, дәүләт программаһынан файҙаланып, 450 мең һумлыҡ түләү алыу мөмкинлеге бар. Субсидияны торлаҡ алыу өсөн ипотека кредитын ҡаплатыуға, шулай уҡ шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер алыуға ҡулланырға мөмкин. Программа өсөнсө балалары 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған ғаиләләргә ҡағыла. (Быныһы бик мөһим: 2024 йылдан ярҙам сараһын өсөнсө һәм артабанғы балаһы 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2030 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған һәм кредит килешеүе 2031 йылдың 1 июленә тиклем төҙөлгән ғаиләләрҙең алыуы мөмкин). Түләүҙәр баланы уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алған ғаиләләргә лә ҡағыла. Күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында һөйләгәндә республикала 2020 йылдан эшләп килгән ярлылыҡ кимәлен кәметеүгә йүнәлтелгән пилот проектын да телгә алғы килә. Проектҡа ярашлы, социаль контракт нигеҙендә килемдәре йәшәү минимумынан түбән булған аҙ килемле ғаиләләргә, яңғыҙ йәшәгән граждандарға адреслы социаль ярҙам күрһәтелә. Балалы ғаиләләргә ниндәй пособиелар тейеш? Башҡортостанда бала тыуған һәр ғаилә, матди хәленең нисек булыуына һәм балалар һанына ҡарамай, дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала. Граждандарҙың ҡайһы бер категориялары – күп балалылар, аҙ тәьмин итегәндәр, яңғыҙ әсәләр һәм инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләр өҫтәмә финанс ярҙамына эйә. Бала тыуыу һәм тәрбиәләү менән бәйле һәр ай һайын түләнеүсе пособие (Берҙәм пособие) Кемгә тейеш: йөклөлөгө 12 аҙналыҡтан уҙған, ғаиләлә йән башына тура килгән килеме Башҡортостанда билдәләнгән йәшәү минимумынан артмаған ҡатын-ҡыҙға. Пособие тәғәйенләгәндә ғаиләнең матди хәле иҫәпкә алына. Ғаиләнең өлкән ағзалары эш хаҡы алғанда йәки алмауҙарына объектив сәбәптәр булғанда, пособие тәғәйенләнәсәк. Күпме: пособие суммаһы ғаиләнең йән башына тура килгән килеменән сығып билдәләнә. 2024 йылда ауырлы ҡатындар өсөн берҙәм пособие күләме 7495 һум (50%).;11 243 һум (75%); 14 991 һум (100%) тәшкил итте. Нисек алырға: түләүҙе алыу өсөн ауырлы ҡатынға Рәсәй Социаль фонды бүлексәһенә йәки йәшәү урынына ярашлы Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә, йә булмаһа, “Дәүләт хеҙмәттәре” аша түләүҙе рәсмиләштерергә кәрәк. Бала тыуғанда бер тапҡыр түләнеүсе пособие Кемгә тейеш: бөтә ғаиләләргә. Күпме: һәр балаға 28294,95 һум Ике йәки унан да күберәк бала тыуғанда бер тапҡыр тәғәйенләнеүсе пособие һәр бала өсөн түләнә. Нисек алырға: эшләүсе ата-әсәләрҙең береһенә Рәсәй Социаль фонды тарафынан түләнә. Мөрәжәғәт итеп тормайынса, сабыйҙың тыуыуын теркәү факты буйынса. Әгәр эшләмәһәгеҙ, Социаль фондтың йәшәү урынындағы клиент хеҙмәтенә мөрәжәғәт итегеҙ. Шулай уҡ пособиены “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша рәсмиләштерергә мөмкин. Владимир Путин, Рәсәй Президенты: “Демографик хәлде яҡшыртыу, тыуымды арттырыу һәм күп балалыҡты яҡлау, Рәсәй ғаиләләренең сифатлы тормошон тәьмин итеү – өҫтөнлөклө дөйөм милли бурыс. Һәм бындай күләмле эштә властың бөтә кимәлдәренең, гражданлыҡ йәмғиәте, киң мәғлүмәт сараларының ҡеүәтле берләштереүсе потенциалын файҙаланыу кәрәк. Быға беҙҙең пландар, проекттар, төрлө өлкәләрҙәге башланғыстар – социаль өлкәлә һәм һаулыҡ һаҡлауҙа, мәғарифта, иҡтисадта һәм мәҙәниәттә, ҡалаларҙы һәм ҡасабаларҙы төҙөкләндереүҙә – хеҙмәт итергә тейеш. Борон-борондан тап өйҙә, ғаилә мөхитендә, һөйөү һәм иғтибар солғанышында баланың шәхесе һәм донъяға ҡарашы, характеры, гражданлыҡ, илһөйәрлек тойғолары формалаша, атай традициялары тапшырыла. Һәм шуға күрә үҫеп килеүсе быуынды ҙур, күп балалы, берҙәм ғаилә ҡиммәттәре һәм яҡындары, балалары һәм ата-әсәләре тураһында хәстәрлек күреү рухында тәрбиәләү мөһим”. Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.