Найти в Дзене

Иҫке Йәштең яңы йәшәйеше

Ҡалтасы районының Иҫке Йәш ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Уны “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы сафҡа индерҙеләр, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты яңы заманса талаптарға һәм стандарттарға яуап бирә. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эше уңайлы булһын өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән. “Һанлы фельдшер-акушерлыҡ пункты” милли проекты (национальный проект “Цифровой ФАП”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә хәҙер һанлы медицина хеҙмәттәренән файҙалана аласаҡтар. Фельдшер арауыҡта ваҡытлыса хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ буйынса ҡағыҙҙы аса, электрон рецебын яҙа, телемедицина консультацияһын үткәрә ала. - Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, районда ауыл медицинаһын заманлаштырыу

Ҡалтасы районының Иҫке Йәш ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Уны “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы сафҡа индерҙеләр, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты яңы заманса талаптарға һәм стандарттарға яуап бирә. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эше уңайлы булһын өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән. “Һанлы фельдшер-акушерлыҡ пункты” милли проекты (национальный проект “Цифровой ФАП”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә хәҙер һанлы медицина хеҙмәттәренән файҙалана аласаҡтар. Фельдшер арауыҡта ваҡытлыса хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ буйынса ҡағыҙҙы аса, электрон рецебын яҙа, телемедицина консультацияһын үткәрә ала. - Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, районда ауыл медицинаһын заманлаштырыу һәм киңәйтеү буйынса эш дауам итә. Был урында йәшәүселәрҙе сифатлы һәм үҙ ваҡытында медицина ярҙамы менән т әьмин итергә, уларҙың һаулығын нығытырға булышлыҡ итә”, - тип белдерҙе Ҡалтасы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Ирина Бәҙретдинова. 2025 йылда, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикала 4,5 мең берәмек медицина ҡорамалы, 99 автотранспорт һатып алыу планлаштырылған. 134 модулле конструкция ҡуйыу, туғыҙ объектта капиталь ремонт эштәрен атҡарыу һәм алты яңы поликлиниканы сафҡа индереү ҡаралған. Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы; фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.