Башҡортостанда «Кадрҙар» (национальный проект “Кадры”) милли проектына ярашлы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырыу өсөн эш биреүселәр реестры булдырылды. Уға төбәктең 159 компанияһы инде, тип хәбәр итә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан. “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү - Башҡортостандың мәшғүллек хеҙмәте эшенең өҫтөнлөклө йүнәлеше. Бөтә республика буйынса берҙәм көндәрҙә махсуслаштырылған вакансиялар йәрминкәләрен үткәреү практикаға инде. Кадрҙар үҙәктәре дәғүәселәрҙең мотивацияһын, сикләүҙәрен, ихтыяждарын иҫәпкә алып карьера траекторияһын төҙөй”, - тип аңлатма бирҙе министрлыҡ башлығы Ленара Иванова. Мәҫәлән, реестрҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Өфө агрегат производство берекмәһе, Башҡортостан сода компанияһы һәм «Алексеевка» агросәнәғәт комплексы кеүек ҙур компаниялар тора. Реестр предприятиелары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн 700-ҙән ашыу вакансия тәҡдим итә. «Кад
МХО-ла ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырыу өсөн эш биреүселәр реестры булдырылды
15 октября 202515 окт 2025
1 мин