Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡайғы баҫҡанда уҡый торған доға

«Ләә иләәһә илләл-лааһу-ғәзиимүл-хәлиим, ләә иләәһә илләл-лааһу ра́ббүл-ғә́ршилғәзииим, ләә иләәһә илләллааһу ра́ббүс сәмәәүәәти үә ра́ббүл-ә́рди үә ра́ббүл-ғә́р-шил-кәриим».Мәғәнәһе: «Тотанаҡлы һәм Оло Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы илаһ юҡ. Оло йәнә Ғәрештең Раббыһы Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы илаһ юҡ, күктәр менән ерҙең Раббыһы һәм Йомарт йәнә Ғәрештең Раббыһы Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы илаһ юҡ!» Йәнә асыуланғанда уҡыла:«Әғүүҙү бил-ләәһи минәш шәйтаанир-раҗиим!»Мәғәнәһе: «Ҡыуылған шайтандың вәсүәсәһенән Аллаһҡа һыйынамын!»Яҡшылыҡ ҡылған кешегә әйтә торған һүҙҙәр:«Джәзәәкәл-лааһү ха́йран».Мәғәнәһе: «Аллаһ һиңә яҡшылыҡ менән ҡайтарһын!» Динар Кәлимуллин фотоһы.