Быйыл Башҡортостанда 863 километр федераль трассанан дөйөм оҙонлоғо 153 километрлыҡ участкалар ремонтланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә “Приуралье” федераль автомобиль юлдары идаралығы начальнигы Денис Абрамов ошондай мәғлүмәт бирҙе. Төҙөүселәр шулай уҡ күперҙәрҙе планлы-иҫкәртеү ремонтлау буйынса эштәр алып бара. Эштәр Өршәк, Ҡармасан, Саярыш һәм Ҡыуаш йылғалары аша дүрт объектта тамамланған да инде. Тағы ла етеһен киләһе йылдың беренсе кварталында файҙаланыуға тапшырырға планлаштыралар. “Приуралье” юл идаралығы етәксеһе 2025 йылда Р-240 Өфө – Ырымбур трассаһының Өфөнән Стәрлетамаҡҡа тиклемге участкаһында юл хеҙмәттәре водителдәрҙең иғтибарын туплау өсөн буй тауыш һыҙаттары һалыуын һөйләне. Улар хәүефле участкаларҙа, шулай уҡ туҡталыштарға инеү урындарында һәм юл сатында барлыҡҡа килгән. Бынан тыш, Шәрип ауылы янында трассаның 37-се километрында аҙ хәрәкәтсән халыҡ өсөн күтәргестәр менән модулле ер өҫтө йәйәүлеләр үткәүеле асыла. Ә Р-240 трас