Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Шәхси капитал индереү күләме артҡан

Башҡортостан иҡтисадына ярты йылда шәхси капитал индереү күләме уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 5,7 процентҡа артҡан һәм 247,5 миллиард һум тәшкил иткән. Был хаҡта республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге оператив кәңәшмәлә билдәле булды. – Былтыр инвестициялар күләме 9,7 процентҡа артҡайны. Был – республика иҡтисадына һалынған 800 миллиард һум самаһы аҡса. Дөйөм алғанда, алты йыл эсендә үҫеш 74,2 процент тәшкил итте. Бында беҙ дөйөм Рәсәй һәм округ күрһәткесен ике тапҡырға арттырҙыҡ, – тип билдәләне Андрей Назаров. Шәхси инвестицияларҙың үҫеше 35 районда һәм ҡалала күҙәтелә, ә туғыҙ муниципалитетта ул ике тапҡырға артҡан. Үҫеш буйынса Ағиҙел ҡалаһы, Ейәнсура, Нуриман, Благовар, Баҡалы райондары алда бара. Был хаҡта үҙ докладында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне. Министр әйтеүенсә, шәхси инвестициялар Өфөлә үткән йылға ҡарағанда – 23;

Башҡортостан иҡтисадына ярты йылда шәхси капитал индереү күләме уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 5,7 процентҡа артҡан һәм 247,5 миллиард һум тәшкил иткән. Был хаҡта республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге оператив кәңәшмәлә билдәле булды. – Былтыр инвестициялар күләме 9,7 процентҡа артҡайны. Был – республика иҡтисадына һалынған 800 миллиард һум самаһы аҡса. Дөйөм алғанда, алты йыл эсендә үҫеш 74,2 процент тәшкил итте. Бында беҙ дөйөм Рәсәй һәм округ күрһәткесен ике тапҡырға арттырҙыҡ, – тип билдәләне Андрей Назаров. Шәхси инвестицияларҙың үҫеше 35 районда һәм ҡалала күҙәтелә, ә туғыҙ муниципалитетта ул ике тапҡырға артҡан. Үҫеш буйынса Ағиҙел ҡалаһы, Ейәнсура, Нуриман, Благовар, Баҡалы райондары алда бара. Был хаҡта үҙ докладында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне. Министр әйтеүенсә, шәхси инвестициялар Өфөлә үткән йылға ҡарағанда – 23; Стәрлетамаҡ һәм Хәйбулла райондарында – 2,7; Учалы районында – 1,5 һәм Салауатта 1,1 миллиард һумға артҡан. Бынан алда Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы, Башҡортостан федераль Инвестиция картаһында урынлаштырылған инвестиция тәҡдимдәре һаны буйынса 1-се урынды биләй, тип хәбәр итте. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/27669/