Хөрмәтле дуҫтар! 16 октябрь Баймаҡта ҡурайсылар ансамбленең 65 йыллығына бағышланған ҙур сара үтәсәк! Ҡурай моңона ғашиҡ барса халыҡты Район мәҙәниәт йортонда көтөп ҡалабыҙ.
Программала:
💥14:00 сәғәттә Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе янында "Ҡурайсылар аллеяһы" асыласаҡ.
💥15:00 сәғәттә халыҡ ҡурайсылар ансамбленә арналған ижади кисә.
Инеү бушлай.