Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

🌹"Әсәйҙәргә дан йырлайыҡ! ” Ирәндек төбәк шиғриәт бәйгеһе

🌹"Әсәйҙәргә дан йырлайыҡ! ” Ирәндек төбәк шиғриәт бәйгеһе. Йыл һайын ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Ул илебеҙҙә уҙғарылған башҡа байрамдар араһында айырым урынды алып тора, сөнки әсәйҙәр - ғаилә тотҡаһы, донъя ҡото. Һәр кемгә үҙенең әсәһе иң яҡыны, иң ҡәҙерлеһе. 🌹Әсәйҙәр көнө уңайынан Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Ирәндек төбәгенә ҡараған Моҡас, Күсей, Сибай, Татлыбай, Йылайыр, Ишмөхәмәт ауыл биләмәләренә ингән ауылдар араһында һәм ошо ауылдарҙа тыуып-үҫеп ситтә йәшәгән яҡташтар өсөн “ Әсәйҙәргә дан йырлайыҡ!” исемле Ирәндек төбәк шиғриәт бәйгеһе ойоштора. ✅Бәйгенең шарттары: 1. Яҙышыу һәләте булған һәр кем ҡатнаша ала. 2. Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй. 3. Һәр ҡатнашыусынан башҡорт телендә әсәйҙәргә арналған, бер баҫмала ла баҫылмаған бер генә шиғыр ҡабул ителә. 4. Шиғырҙың күләме 5 строфанан (куплеттан) артмаҫҡа тейеш. 5. Ижади эштәрҙе, шулай уҡ ҡатнашыусының исем-шәрифе, йәшәгән урыны, класы йәки йәше, телефон ном

🌹"Әсәйҙәргә дан йырлайыҡ! ” Ирәндек төбәк шиғриәт бәйгеһе.

Йыл һайын ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Ул илебеҙҙә уҙғарылған башҡа байрамдар араһында айырым урынды алып тора, сөнки әсәйҙәр - ғаилә тотҡаһы, донъя ҡото. Һәр кемгә үҙенең әсәһе иң яҡыны, иң ҡәҙерлеһе.

🌹Әсәйҙәр көнө уңайынан Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Ирәндек төбәгенә ҡараған Моҡас, Күсей, Сибай, Татлыбай, Йылайыр, Ишмөхәмәт ауыл биләмәләренә ингән ауылдар араһында һәм ошо ауылдарҙа тыуып-үҫеп ситтә йәшәгән яҡташтар өсөн

“ Әсәйҙәргә дан йырлайыҡ!” исемле Ирәндек төбәк шиғриәт бәйгеһе ойоштора.

✅Бәйгенең шарттары:

1. Яҙышыу һәләте булған һәр кем ҡатнаша ала.

2. Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй.

3. Һәр ҡатнашыусынан башҡорт телендә әсәйҙәргә арналған, бер баҫмала ла баҫылмаған бер генә шиғыр ҡабул ителә.

4. Шиғырҙың күләме 5 строфанан (куплеттан) артмаҫҡа тейеш.

5. Ижади эштәрҙе, шулай уҡ ҡатнашыусының исем-шәрифе, йәшәгән урыны, класы йәки йәше, телефон номеры беркетелгән мәғлүмәт менән бергә “Бәйләнештә” төркөмөндәге “Әсәйҙәргә дан йырлайыҡ” төркөмөнә ( vk.com/wall-233217143_1 ) һылтанмаһы буйынса ҡуйырға кәрәк буласаҡ.

6. Конкурсҡа эштәр 2025 йылдың 10 октябренән 5 ноябренә тиклем ҡабул ителә.

7. Бәйгеселәрҙең эштәре:

*10 – 17 йәш,

*18 – 35 йәш,

*36 йәш һәм унан өлкәндәр категорияларында баһаланасаҡ.

8. Конкурстың йомғаҡлау тантанаһы 14 ноябрҙә Байыш ауылында үтә. 11.00 сәғәттә башлана.

9. Еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.

Белешмәләр өсөн телефон: 89603888766, 8 960 389-88-29.

Ойоштороу комитеты.