Найти в Дзене

Ҡалалар һәм ауылдар күркәмләнеүен дауам итә

Уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә тормошҡа ашырылған башланғыстар йәмәғәт киңлектәрен үҙгәртә һәм биләмәләрҙә эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген арттырыуға булышлыҡ итә. Был хаҡта Башҡортостан ҡалаларын һәм ауылдарын үҫтереү институты директоры Ольга Сарапулова республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә һөйләне. Мәҫәлән, Бөрөлә туристар ағымы дүрт тапҡырға артҡан, музейҙар һаны икеһенән бишкә тиклем, ә тематик фестивалдәр һаны өстән 21-гә тиклем артҡан. Туймазыла төҙөкләндереү эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә этәргес бирә – 17 яңы бизнес нөктәһе барлыҡҡа килгән, шул иҫәптән кафелар, магазиндар, туристарға һәм халыҡҡа йүнәлтелгән оҫтаханалар. Билдәләп үтәйек, 2025 йылда Башҡортостандан биш башланғыс уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды. Йомғаҡтар 19-21 августа Ҡазанда үткән бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи ауылдарҙы үҫтереү форумында иғлан ителде. Еңеүселәр араһында – Октябрьский (“Октябрьск

Уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә тормошҡа ашырылған башланғыстар йәмәғәт киңлектәрен үҙгәртә һәм биләмәләрҙә эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген арттырыуға булышлыҡ итә. Был хаҡта Башҡортостан ҡалаларын һәм ауылдарын үҫтереү институты директоры Ольга Сарапулова республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә һөйләне. Мәҫәлән, Бөрөлә туристар ағымы дүрт тапҡырға артҡан, музейҙар һаны икеһенән бишкә тиклем, ә тематик фестивалдәр һаны өстән 21-гә тиклем артҡан. Туймазыла төҙөкләндереү эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә этәргес бирә – 17 яңы бизнес нөктәһе барлыҡҡа килгән, шул иҫәптән кафелар, магазиндар, туристарға һәм халыҡҡа йүнәлтелгән оҫтаханалар. Билдәләп үтәйек, 2025 йылда Башҡортостандан биш башланғыс уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды. Йомғаҡтар 19-21 августа Ҡазанда үткән бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи ауылдарҙы үҫтереү форумында иғлан ителде. Еңеүселәр араһында – Октябрьский (“Октябрьский: мираҫты һаҡлап”), Дүртөйлө (“Иванай баҡсаһы”), Кушнаренко (“Топорниндар һуҡмағы”) һәм Үрге Йәркәй (“Үрге Йәркәй үҙәгенең бәйләүсе ептәре”) ауылдары, шулай уҡ Шишмә ҡасабаһы (“Шишмә – дуҫлыҡ шишмәһе”). Еңеүсе проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йәлеп ителгән федераль средстволарҙың дөйөм күләме 436,28 миллион һум тәшкил итте. Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты 2026 йылғы конкурсҡа әүҙем әҙерлек алып бара. Белгестәр командаһы Туймазыла, Бөрөлә, Яңауылда, Стәрлетамаҡта, Мәләүездә һәм Малаяҙ ауылында республиканан яңы ғаризалар өҫтөндә эшләй. – Ҡалаларҙы үҫтереү институтына системалы ижади ҡарашы өсөн ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Бер нисә йыл элек нимәнән башлағаныбыҙҙы иҫкә төшөрһәк, ауылдарыбыҙҙың тышҡы ҡиәфәтенең ни тиклем үҙгәргәнен күрергә мөмкин. Был ысынлап та яҡшы, уйланылған һәм ҡыҙыҡлы эш. Бөтә башланған объекттарҙы ваҡытында тамамлау мөһим. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.