Район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары һәм ведомство етәкселәре ҡатнашлығындағы эш кәңәшмәһенә Премьер-министр Андрей Назаров етәкселек итте. – Уҙған туғыҙ айҙа республиканың автомобиль юлдарында 129 яңы юл буйы сервисы объекты төҙөлдө. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 1,8 миллиард һумдан ашты. 330 миллион һумдан күберәк суммаға 147 объект яңыртылды, – тип билдәләне Премьер-министр. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һанлы берҙәм платформа булдырыуға иғтибарҙы йүнәлтте. – Һәр кеше ҡайҙа туҡтарға мөмкин икәнен алдан белергә тейеш. Беҙгә юл буйы сервисы объекттарын күрергә мөмкинлек биргән һанлы берҙәм карта кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Моратов. Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Азат Асҡаров юл буйы сервисын үҫтереү тураһында ентекләберәк һөйләне. – Әлеге көнгә уларҙы сафҡа индереү буйынса маҡсатлы күрһәткестәрҙең үтәлеше 92,8 процент тәшкил итте. Яңыртыу буйынса план үтәлде, ул 102