Бөгөн Ватан һағында торған ир-егеттәрҙең береһе, “Абдул” позывнойлы яугир, хеҙмәт юлын Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ идаралығында башлаған. Ҡалала енәйәтселек менән шөғөлләнгән банданы асыҡлау уның тәүге эше була. Хөкөмгә тарттырылыусылар 10 йылдан 25 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителә. Был ҡатмарлы эште башҡарғандағы ҡыйыулығы өсөн тыныс тормошта наградаларға лайыҡ була. Аҙаҡ суд приставы булып бер аҙ эшләгәндән һуң, яҙмыш уны Камчаткаға илтә. Балыҡсылыҡ судноһында капитан ярҙамсыһы булып эшләй. 2023 йылда махсус хәрби операция зонаһына үҙ теләге менән йүнәлә. “Абдул” Ростов өлкәһендә хәрби әҙерлек үткәндән һуң штурм бригадаһына эләгә һәм тәүге һуғышта уҡ яралана. “Беҙ өсәү инек. Донецк Халыҡ Республикаһындағы ҡасаба урамдарын дошмандан “таҙартҡанда” дошман беҙҙе йорт эсенә ҡыҫырыҡланы. “Понпон” менән икебеҙҙең дә ҡулдар яраланды. Өсөнсөбөҙ, 18 йәшлек егет, тәүге минутта ҡаушап төштө. Беҙ уны “Егет, әйҙә үҙеңде ҡулға ал!” тип иҫенә килтерҙек. Һәм ул пулеметтан һиптерә башла