Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Графенды ярымсәнәғәт синтезлау юлдары эҙләнә

“Йәштәр һәм балалар” милли проектын (национальный проект “Молодежь и дети”) тормошҡа ашырыуға ярашлы, вуз-ара кампустың Өфө дәүләт нефть техник университетының углерод материалдары технологияһы һәм спектроскопия лабораторияһы графенды ярымсәнәғәт синтезлау өҫтөндә эш башлай. Был хаҡта республиканың Мәғариф министрлығы хәбәр итә. Хәҙер был юғары сифатлы продуктты күберәк алыу өсөн иң яҡшы технологик режимдарҙы эҙләү эше бара. Графен ныҡлығы, һығылмалылығы һәм үткәреүсәнлеге буйынса баҡырҙан һәм ҡоростан көслөрәк. Ул юғары тиҙлектәге электроника, еңел һәм ныҡлы материалдар, яңы аккумуляторҙар һәм медицина технологиялары булдырыу өсөн кәрәк. – Графен – бик ҡиммәтле материал. Донъялағы хәлде иҫәпкә алып, уны арзан нефть химияһы сеймалынан етештереү республикабыҙ сәнәғәте өсөн үтә әһәмиәтле. Графен битумдың сифатын яҡшырта, иретмәләрҙең ныҡлылығын арттырыу өсөн һәм башҡа күп өлкәләрҙә ҡулланыла, – тип билдәләй Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергет

“Йәштәр һәм балалар” милли проектын (национальный проект “Молодежь и дети”) тормошҡа ашырыуға ярашлы, вуз-ара кампустың Өфө дәүләт нефть техник университетының углерод материалдары технологияһы һәм спектроскопия лабораторияһы графенды ярымсәнәғәт синтезлау өҫтөндә эш башлай. Был хаҡта республиканың Мәғариф министрлығы хәбәр итә. Хәҙер был юғары сифатлы продуктты күберәк алыу өсөн иң яҡшы технологик режимдарҙы эҙләү эше бара. Графен ныҡлығы, һығылмалылығы һәм үткәреүсәнлеге буйынса баҡырҙан һәм ҡоростан көслөрәк. Ул юғары тиҙлектәге электроника, еңел һәм ныҡлы материалдар, яңы аккумуляторҙар һәм медицина технологиялары булдырыу өсөн кәрәк. – Графен – бик ҡиммәтле материал. Донъялағы хәлде иҫәпкә алып, уны арзан нефть химияһы сеймалынан етештереү республикабыҙ сәнәғәте өсөн үтә әһәмиәтле. Графен битумдың сифатын яҡшырта, иретмәләрҙең ныҡлылығын арттырыу өсөн һәм башҡа күп өлкәләрҙә ҡулланыла, – тип билдәләй Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. Мейес ҡоромонан айырмалы рәүештә, графен ҡоромо – уникаль үҙенсәлектәргә эйә материал. Уны теләһә ниндәй материалға саҡ ҡына өҫтәү ҙә был материалдың тығыҙлығын, ныҡлығын, ауырлыҡҡа һәм деформацияға сыҙамлылығын арттыра. Графен юл төҙөлөшөндә битумдың һәм резина йә пластик нигеҙендәге композицион материалдарҙың үҙенсәлектәрен яҡшыртырға ярҙам итә. Турбострат графенды спортта резина туптар, сәкән һәм япмалар эшләүҙә тотоналар, автомобиль корпустары һәм самолет фюзеляждары етештереү өсөн ҡулланалар. Графен ҡушылған тәгәрмәстәр 100 тапҡырға яйыраҡ туҙа. Бынан тыш, ул коррозияға ҡаршы япмаларҙың сифатын көсәйтә һәм иретмәләрҙең ныҡлығын арттыра. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: быйылдан РФ Президенты В.В. Путин ҡарары менән яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла. “Йәштәр һәм балалар” милли проекты – шулар иҫәбендә. Фото: pravitelstvorb.ru/news/27619/