Сода аш-һыу бешергәндә генә түгел, көнкүрештә һәм төрлө дауа сараларында ла бик файҙалы. Бына уның ҡайһы берҙәре. - Ҡоро йүтәл борсоғанда бер стакан йылы һөткә бер сәй ҡалағы аш содаһы һалып болғаталар һәм яйлап эсәләр. - Конъюнктивит булғанда мамыҡты содалы һыуға манып күҙҙе һөртөп алалар. - Ярты сәй ҡалағы соданы һыуға болғатып эсеү аритмия өйәнәген баҫа. - Ярты сәй ҡалағы сода менән бер сәй ҡалағы тоҙҙо бер литр ҡайнар һыуға һалып болғаталар. Был ҡатышманы транспортта барғанда күңел болғанһа, ағыуланғанда һәр 5 минут һайын берәр аш ҡалағы эсәләр. - Тирләгәндә содалы эретмә менән йыуыныу тир биҙҙәренең эшмәкәрлеген кәметә. - Урт боҙолһа ла содалы эретмә менән сайҡатыу килешер. - Ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолһа, бер стакан һөткә ике семтем сода һалып эсәргә була. - Аяғы тирләгән кешегә аяҡ кейеменә сода һибергә ҡушалар. - Ҡайнар һыу тултырылған ваннаға 100 грамм сода һалһағыҙ, һыу йомшарып китер. - Ҡәһүә хуш еҫле булһын өсөн, уны ҡайната торған һыуға бер семтем сода һалығыҙ. - Һыуытҡыста насар еҫ сыҡһа, уны сода ала. Тәрилкәгә сода һалып һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. - Һыуға аҙ ғына сода һалһағыҙ, кәбеҫтә менән фасоль тиҙ бешер. - Серәкәй тешләгән урынға дымлы сода һөртөгөҙ.