Башҡортостанда “Ҡурсаулыҡ резервы” һөнәри йүнәлеш үҙәген асасаҡтар. Белгестәр төрлө йәш төркөмдәре өсөн һөнәри йүнәлеш ысулдарын эшләй, уҡыусылар һәм студенттар менән осрашыуҙар, шулай уҡ онлайн-курстар ойоштора. “Ҡурсаулыҡ резервы” һөнәри йүнәлеш үҙәге “Башҡортостан” милли паркында “Экологик” именлек милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы алып барыла. Был хаҡта Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр иттеләр. “Төрлө йәш төркөмдәренә һөнәри йүнәлеш комплекслы ҡараш был тәҡдим ителгән масштабта бик үҙенсәлекле. Илдең төрлө төбәктәрендә коллегалар проект барышында эшләнгән ысулдарҙы һәм алгоритмдарҙы файҙалана ала. Вакансиялар банкы һәм кадрҙар резервы ҡурсаулыҡ эшмәкәрлегендәге кадрҙарға ҡытлыҡты кәметергә булышлыҡ итә”, - тип белдерҙе “Башҡортостан” милли ҡурсаулығы директоры Владимир Кузнецов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Экологик именлек” милли