Рөстәм хәҙрәт Хәйруллин никах, ғаилә ҡороу тураһында бик ҡыҙыҡ фекерҙәре менән уртаҡлашты. - Һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм ата-әсәләрҙең ҡайһы бер вазифалары хаҡында әйтә. Мәҫәлән, баланы тапҡас, исем ҡушыу, тәрбиәләү, үҫеп еткәс, кейәүгә биреү йә өйләндереү. Хәҙерге ваҡытта иһә балалар йәрҙе үҙҙәре эҙләй, атай-әсәйҙе тыңлап та тормай. Әммә үҙ балаһын ата-әсәнән дә яҡшыраҡ белеүсе юҡ. Шуға күрә пар табыу, пар барлау бергәләп башҡарылһын ине. Ғаиләләр атаүәсә фатихаһы менән ҡоролһон ине. Элек айырылышыуҙар бик аҙ булған. Ә хәҙер атай-әсәйҙе тыңламайбыҙ, үҙебеҙ һайлайбыҙ. Иң яҡшыһын һайланым тип ғаилә ҡорған булабыҙ. Ә айырылышыуҙар ниндәй ҙур процент тәшкил итә! Был система эшләмәй. Тормошто белгән кешеләр ярҙам итергә тейеш бында. Хәҙерге ваҡытта ҡыҙҙарыбыҙ: "Яҡшы егеттәр юҡ", - ти. Егеттәребеҙ: "Яҡшы ҡыҙҙар юҡ", - ти. Шулай аҙашып-саташып бер-береһен эҙләп йөрөйҙәр. Ҡыҙғаныс, элек беҙ, муллалар, никахтарын 20 йәштә уҡый инек, унан был йәш 25-30-ға күсте.