Ғаиләлә ике малай: ағайым менән мин үҫтек. Ләкин атайым миңә һәр ваҡыт башҡаса ҡараны, яратып бөтмәне, ситләтте. Әҙ генә төшөрөп ҡайтһа, теле асыла ла “һин миңә оҡшамағанһың, минең балам түгел һин” тип битәрләй, өйҙән ҡыуа торғайны. Әллә нисә тапҡыр өйҙән сығып китеп, абҙар башында, мунсала йоҡлағаным булды. Һәр ваҡыт әсәйем эҙләп алып ҡайтты. Йорт-ихата тирәһендәге бөтә эште башҡарһам да, атайыма ярай алманым. Ағайым минең һымаҡ аҡһыл түгел, атайыма оҡшап ҡарасман, йөҙгә һуйған да ҡаплаған. Шуға яҡшы кейем булһынмы, шәп велосипедмы, мотоциклмы – барыһы ла ағайыма эләкте. Мин күбеһенсә ағайымдан ҡалған кейемде кейеп үҫтем. Велосипедына ла унан рөхсәт һорап ҡына йөрөп килә инем. 13 йәштәр тирәһендә атайымдың әсәйем менән әрләшкән тауышын ишетеп, былай ҙа бөрөшкән йөрәгем, ҡара янды. – Йәш саҡтағы һөйгән йәрең Таһирға оҡшап тора бәләкәсең. Кеше балаһын ҡарап үҫтергәнемә рәхмәт әйт. Төпсөк малай, тип өйгә өмөт итмәһен, йортто өлкәненә яҙҙырам. Нимәлер оҡшамай икән, икегеҙҙе лә ҡыуырмын да сығарырмын, - тип ярһый-ярһый ҡысҡырҙы әсәйемә. – Нишләп сит кешенеке булһын инде, үҙеңдең балаңды рәнйетәһең бит. Йөҙгә минең атайыма оҡшап аҡһыл булған өсөн генә көн күрһәтмәйһең уға, – тип йәшенә быуылды әсәйем. Әсәйем бик йомшаҡ күңелле кеше шул. Атайыма ҡаршы һүҙ әйтмәне. Ғүмер буйы баҫылып, өндәшмәй йәшәне. Ағайым атайымдың үҙенә ҡарата мөнәсәбәтен белә ине. Шуға минән һәр ваҡыт үҙен өҫтөн тотто. Юғары уҡыу йортон тамамлау менән атайым беҙ үҫкән йортто уның исеменә яҙҙыртып та ҡуйҙы. Ситтән ярҙам көтмәнем. Училищела водитель һөнәренә уҡып сыҡтым да, бер ойошмала эш башланым. Ауылға тыуған йортҡа әсәйемде күрергә һирәк-мирәк кенә ҡайттым. Һуңғы тапҡыр әсәйемдең юбилейына ҡайтҡанда атайым эсеп алғас, бөтә ҡунаҡтар алдында йәнә йөҙөмдө йыртты. Был тыуған йортома юлды бөтөнләй һыуытты. – Үҙемдең балам булмаһа ла, ҡарап үҫтерҙем инде. Ҡыуып сығарып булмай, -– тине миңә ҡарап. Әсәйемдең байрамын боҙмайым, тип бер нәмә лә өндәшмәнем. Ләкин күңелемдә атайыма ҡарата йылылыҡ бөтөнләй юғалды. Үҙемдең яртым – Сәлиәне осратҡас, туй үткәреүҙәренә лә өмөт итмәнем, барып яҙылыштыҡ та донъя көтөп алдыҡ та киттек. Ипотекаға фатир алып, үҙ йүнебеҙҙе үҙебеҙ күрҙек. Бәләкәсебеҙ Илдар тыуған йылды әсәйемдең 50 йәше тулды. Ейәнен күрһәтеү, әсәйемде ҡотлау сәбәбе менән, отпуск алып тыуған ауылыма ғаиләм менән юлландым. Тағы ла бер хыялым бар ине ауылыма сәфәремдең – ул атайыма үҙемдең уның улы икәнлеген дәлилләү. Беҙҙең ҡайтыуыбыҙға иң ныҡ һөйөнгәне әсәйем булды. Ейәнен яратып туя алманы, килене менән дә уртаҡ тел таптылар. Бер көн атайымдың сәсен алғас, әҙерәген төрөп алдым да, күптәнге ниәтемде тормошҡа ашырыу маҡсатында яҡындағы ҡалаға юлландым. Байрам өҫтәленә кәрәк-яраҡтар, әсәйемә бүләк алыу уйым да бар ине. Ләкин иң төп маҡсатым – махсус клиникала ДНК тикшереүе уҙғарып, мин атайымдың улы тигән ҡағыҙҙы алыу ине. Әсәйемдең юбилейын байрам иткән көн алдынан уның һөҙөмтәһе лә әҙер булды. Һәр ваҡыттағыса ике яҡлап та күпләп туғандар килде. Атайым менән әсәйем табындың түрендә урын алды. Ағайымдан һуң ҡотлау һүҙе беҙгә бирелде. Шул тиклем дә сабыр, түҙемле әсәйемә йөрәгемдән урғылған барлыҡ йылы хистәремде әйттем. Ғүмер буйы хыялланған, ләкин атайымдан көтөп ала алмаған алтын алҡа бүләк иттем. “Минең тағы ла бер мөһим яңылығым бар әле” тигәс, ҡунаҡтар ҙа шымып ҡалды. Шул ваҡыт кеҫәмдән теге ДНК һөҙөмтәләрен килтереп сығарҙым. –Атайым үҙенә оҡшамағанға, мине ғүмер буйы кеше балаһы һин, тип кәмһетте, битәрләне. Бер ҡасан да унан атай йылылығы, терәген тойманым. Әсәйем дә ошо арҡала аҙ йәш түкмәне. Бөгөн ошо ваҡиғаға нөктә ҡуйылыр, тип уйлайым. Бына ДНК һөҙөмтәһе. Бында, атай, минең һинең балаң булыуын раҫлаған документ. Ләкин уның миңә хәҙер бер кәрәге лә юҡ. Һинең терәгеңә лә, һөйөүеңә лә хәҙер мохтаж түгелмен. Тағы ла бер дәлилде күрһәтмәксе булам. Ул – минең улым. Атайыма оҡшап ул ҡарасман, ҡарашына тиклем оҡшап тора. Тәбиғәт үҙе лә ошо рәүешле минең тап һинең улың булыуын дәлилләне. Был ҡағыҙҙы, атай, ғүмер аҙағыңа тиклем үҙең менән һаҡла, – тип атайыма тотторҙом. Ҡунаҡта эсеп ағас, беренсе тапҡыр атайым мине битәрләмәне. Киреһенсә, йәштәренә ирек биреп иланы, минән ғәфү үтенде. Икенсе көнөнә район үҙәгенә сығып ейәненә тип иҫ китмәле шәп велосипед тотоп ҡайтты. Һуң булһа ла, хатаһын аңланы. Мин бирмәгән һөйөүен, хәҙер ул ейәненә бирә. Автор фотоһы.