Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Улдарығыҙ өсөн рәхмәт, атайҙар!

"Аталы бала – арҡалы" ти халыҡ мәҡәле. Үҙ ғүмерен Ватанға хеҙмәт итеүгә бағышлаған һәр кешенең артында ныҡлы таяныс – атаһы тора. Ул беренсе аҙымдарынан уҡ балаһын ҡыйыу, ныҡлы һәм яуаплы булырға өйрәткән кеше. 19 октябрҙә Рәсәйҙә Атайҙар көнө билдәләнә. Был әһәмиәтле байрам алдынан Өфөлә “Ватанды һаҡлаусы атаһы” йәмәғәт миҙалдары тапшырылды. Был көндө Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залына олпат, етди ҡарашлы ир-уҙамандар йыйылды. Шулай уҡ яугирҙәр, МХО ветерандары, уларҙың ҡатындары, ата-әсәләре һәм балалары булды. Ни өсөн тигәндә, бында бер юлы бер нисә сара үтте. Лайыҡлы атайҙар миҙалдар алды, ике МХО ветеранына ҡул менән идара итеп булған автомобиль тапшырылды һәм геройҙарса һәләк булған яугирҙәрҙең яҡындары уларҙың юғары дәүләт наградаларын алды. Лайыҡлы атайҙар күп “Ватанды һаҡлаусы атаһы” йәмәғәт наградаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың аталарына тапшырыла. Тантаналы шарттарҙа илдең ысын геройҙарын тәрбиәләгән, махсус хәрби операция яугирҙәренә һәм ветерандары

"Аталы бала – арҡалы" ти халыҡ мәҡәле. Үҙ ғүмерен Ватанға хеҙмәт итеүгә бағышлаған һәр кешенең артында ныҡлы таяныс – атаһы тора. Ул беренсе аҙымдарынан уҡ балаһын ҡыйыу, ныҡлы һәм яуаплы булырға өйрәткән кеше. 19 октябрҙә Рәсәйҙә Атайҙар көнө билдәләнә. Был әһәмиәтле байрам алдынан Өфөлә “Ватанды һаҡлаусы атаһы” йәмәғәт миҙалдары тапшырылды. Был көндө Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залына олпат, етди ҡарашлы ир-уҙамандар йыйылды. Шулай уҡ яугирҙәр, МХО ветерандары, уларҙың ҡатындары, ата-әсәләре һәм балалары булды. Ни өсөн тигәндә, бында бер юлы бер нисә сара үтте. Лайыҡлы атайҙар миҙалдар алды, ике МХО ветеранына ҡул менән идара итеп булған автомобиль тапшырылды һәм геройҙарса һәләк булған яугирҙәрҙең яҡындары уларҙың юғары дәүләт наградаларын алды. Лайыҡлы атайҙар күп “Ватанды һаҡлаусы атаһы” йәмәғәт наградаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың аталарына тапшырыла. Тантаналы шарттарҙа илдең ысын геройҙарын тәрбиәләгән, махсус хәрби операция яугирҙәренә һәм ветерандарына, шулай уҡ уларҙың тылдағы туғандарына һәм яҡындарына әүҙем ярҙам иткән ир-егеттәрҙе хөрмәтләнеләр. Был көндө миҙалды 19 лайыҡлы атай алды. Тәүге тапҡыр награда былтыр тапшырылғайны. Дөйөм алғанда уны 120-нән ашыу атай алған. Награда атай кешенең шәхес формалаштырыуҙа һәм патриотик тәрбиәләге статусын күтәреү өсөн “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” дөйөм Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының төбәк бүлексәһе һәм “Ватанды һаҡлаусылар” МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү Дәүләт фондының төбәк филиалы тарафынан булдырылған. Бөгөнгө сарала – “Бәхет биләмәһе”, “Өфө хосписы”, “Воскресенск соборы” хәйриә фондтарының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Башҡортостан буйынса баш федераль инспекторы Александр Окатьев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, дин әһелдәре һәм башҡалар ҡатнашты. “Ватанды һаҡлаусы атаһы” проектының авторы Гөлнур Ҡолһарина, патриотты тәрбиәләүҙә атай кешенең ролен баһалап бөткөһөҙ ҙур, тине. – Ғаиләһенә һынау килгән һәр атай – ысын герой. Проект авторы булараҡ мин ғорурлыҡ һәм рәхмәт тойғоһо кисерәм. Тыуған илде һаҡлаусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүебеҙҙең мөһимлеген күрәм. Бөгөн беҙ үҙ илебеҙҙе яҡларға әҙер булған ысын ир-егеттәрҙе тәрбиәләгән атайҙарҙы хөрмәтләйбеҙ. Атайҙары улдарына иң яҡшы нәмәләрҙе: батырлыҡ, яуаплылыҡ, Ватанға һөйөү хисен һалған. Бөгөн был миҙалды алған һәр кем - ныҡлыҡ һәм тоғролоҡ өлгөһө. Ауыр мәлдә улдарығыҙға ярҙам итәһегеҙ, уларҙың иҫән-һау ҡайтыуын ашҡынып көтәһегеҙ. Һеҙҙең хәстәрлегегеҙ, ышанысығыҙ егеттәребеҙгә бөтә ауырлыҡтарҙы лайыҡлы үтергә ярҙам иткән көс, – тине ул. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, республиканың бөтә идара итеү командаһына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларыбыҙға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына һәр яҡлап ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт әйтте. Бөгөн миҙал алыусылар араһында Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында йәшәгән Әхәт Ибраһим улы Әсмәндиәров тә бар ине. Ул тормош иптәше менән өс малай үҫтергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уртансы улы Зөлфәт махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарын үтәгән саҡта геройҙарса вафат булған. Әхәт Ибраһим улы Башҡортостан мосолмандары диниә назаратының мөәҙине, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәм ебәреүҙә әүҙем ярҙам итә. Бөтә ғүмерен Баймаҡ районы Мерәҫ ауылының “Ҡыҙыл Октябрь” колхозында тракторсы булып эшләүгә бағышлаған. Тормош иптәше менән лайыҡлы өс малай үҫтергәндәр, ҡура тултырып мал тотҡандар. Уларҙың йорто “Өлгөлө йорт” номинацияһында еңеүсе. – Өс малай үҫтерҙек, уларҙы лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләргә тырыштыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уртансыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булды. Уның батырҙарса һуғышҡанын беләм һәм ғорурланам. Ул яраланған иптәштәрен яу яланынан алып сыҡҡанда һәләк булды. Былтыр тормош иптәшем дә арабыҙҙан китте. Бөгөн улдарым, ейән-ейәнсәрҙәрем араһында йәшәйем, – тип һөйләне ул. Өлкән малайы Мерәҫтә йәшәй, өс малай тәрбиәләйҙәр. Ә бәләкәй улы Иҙел Әхәт улы Сибайҙа гимназия-интернат директоры урынбаҫары булып эшләй. Уның иһә ике ҡыҙы бар. “Гел малайҙар күреп үҫкәс, ҡыҙҙар тыуыуы тағы бер йыуаныс булды. Шундай илгәҙәктәр икән. Малайҙарҙы барыбер икенсерәк тәрбиәләйһең, ә ҡыҙҙарға наҙ кәрәк. Балаларға иҫәнлек-һаулыҡ насип итһен”, – ти ул. – Ағайыбыҙ ныҡ көслө булды һәм тыуған илен ныҡ яратты. Илдәге хәлдәрҙе күреп, тыныс ҡына өйҙә ята алманы. Һуғышта саҡта иптәштәре яраланғас, ул уларҙың барыһын да үҙе һөйрәп сығарған. Әле күрһәткән батырлығы өсөн миҙалы килергә тейеш. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ, – тип һүҙгә ҡушылды атаһын оҙатып килгән Иҙел Әхәт улы. Яугирҙәрҙең тормошо еңеләйәсәк Ошо уҡ көндө ике махсус хәрби операция ветераны “Ватанды һаҡлаусылар” фондынан ҡул менән идара итеп булған автомобилдәр алды. Улар – Салауат ҡалаһынан Әсхәт Ғибәтуллин менән Туймазы районынан Денис Ғөбәйҙуллин. SWM G-1 маркалы автомобилдәрҙең асҡыстарын ветерандарға Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Александр Окатьев тапшырҙы. 2024 йылдың апрелендә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева етди инвалидлыҡ алған МХО ветерандарын ҡул менән идара итеүсе махсуслаштырылған автомобилдәр менән тәьмин итеү башланғысы менән сығаБыл тәҡдимде Рәсәй Президенты Владимир Путин хуплай. Бынан һуң Дәүләт Думаһы федераль ҡануниәткә тиҙ арала төҙәтмәләр ҡабул итте. Денис Ғөбәйҙуллин яңы машинала ҡатыны һәм ҡыҙы менән ҡайтып китте. 2022 йылдың октябрендә ул өлөшләтә мобилизация сиктәрендә МХО биләмәһенә хәрби хеҙмәткә саҡырыла, идаралыҡ бүлексәһе водителе вазифаһында хеҙмәт итә. Күрһәткән батырлығы өсөн Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнә. 2024 йылдың ғинуарында ҡаты яралана, 2025 йылдың февралендә һаулыҡ торошо буйынса хәрби хеҙмәттән бушатыла. Туймазы егете Әсхәт Ғибәтуллин Донецк Халыҡ Республикаһы территорияһында махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Ҡаһарманлыҡ ордены һәм төрлө хәрби миҙалдар менән бүләкләнә. Ул “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы сараларында әүҙем ҡатнаша. Фондтан техник реабилитация сараһы һәм адаптив кейем алыу өсөн ғариза бирелгән. Әлеге ваҡытта уның йортон яраҡлаштыралар. . Күптән түгел ветеран өйләнгән. Рита менән улар өс йыл аралаша, ә ғинуарҙа яугир яратҡан ҡыҙына тәҡдим яһарға ҡарар итә. Рита уны бик теләп ҡабул итә. Машина йәш ғаиләгә яҡшы ярҙам буласаҡ. – Инвалидлығы булған ветерандарға айырым иғтибар бүләбеҙ. Фонд уларҙы реабилитациялауҙың техник саралары, шул иҫәптән федераль исемлеккә инмәгән юғары технологиялы спорт протездары менән тәьмин итә. Беҙ уларҙың торлаҡтарын шәхси ихтыяждарынан сығып яраҡлаштырабыҙ. Ә бөгөн геройҙарыбыҙ техник реабилитация сараһы булараҡ машиналар ала, – тине Гөлнур Ҡолһарина. 2025 йылда Бөтә Рәсәй буйынса фонд средстволары иҫәбенә 500 махсус хәрби операция ветеранын махсус машиналар менән тәьмин итеү планлаштырыла. Башҡортостанда 22 ветеран транспорт сараһы алыуға ғариза биргән, бөгөнгә һигеҙ автомобиль тапшырылған. Бынан тыш сарала МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә уларҙың лайыҡлы наградалары тапшырылды. Ҡаһарманлыҡ орденын Ленар Бәҙретдинов, Илдар Харасов, Эдгар Васильев, Илмир Саттаров өсөн уларҙың яҡындары сығып алды. Үлгәндән һуң “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән Илшат Ғәлин, генерал Шайморатов ордены менән Артур Ғәлимов бүләкләнде. Уларҙың наградаларын да яҡындары алды. Фотолар: "Ватанды һаҡлаусылар" фондынан.