Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тулҡынлауын күреп, шикләнгәндәр

Өфөләге банк бүлексәһенә 21 йәшлек егет ҙур ғына сумма аҡсаһын алырға килгән. Уның артыҡ тулҡынланыуы учреждение хеҙмәткәрҙәрендә шик тыуҙырған. Клиент туҡтауһыҙ борсолған, туҡтауһыҙ телефонына ҡараған һәм кемдәрҙер менән һөйләшеү алып барған. Банк белгесе Лилиә Белогузова уға һорауҙар бирә торғас, егеттең алдаҡсылар тоҙағына эләгеүе асыҡланған. Тегеләре уның аҡсаһын “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсерергә өгөтләй икән. Тик егет, банк белгесенең хәүеф тураһындағы иҫкәртеүен тыңламай, һаман да аҡсаһын биреүҙе талап иткән. Шуны күреп, Лилиә Белогузова хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр иткән. Полиция хеҙмәткәре менән әңмәләшкәндә генә егет аферистар тоҙағына эләгә яҙыуын аңлап ҡалған. Һөҙөмтәлә уның ике миллион һумға яҡын аҡсаһы ҡотҡарылған. Шул ҡыйыулығы һәм юғары һөнәри әҙерлеге өсөн Лилиә Белогузоваға Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Өфө идаралығы награда тапшырасаҡ. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: * Сит кешеләргә бер ваҡытта ла СМС аша килгән кодты, паролдәрҙе һәм

Өфөләге банк бүлексәһенә 21 йәшлек егет ҙур ғына сумма аҡсаһын алырға килгән. Уның артыҡ тулҡынланыуы учреждение хеҙмәткәрҙәрендә шик тыуҙырған. Клиент туҡтауһыҙ борсолған, туҡтауһыҙ телефонына ҡараған һәм кемдәрҙер менән һөйләшеү алып барған. Банк белгесе Лилиә Белогузова уға һорауҙар бирә торғас, егеттең алдаҡсылар тоҙағына эләгеүе асыҡланған. Тегеләре уның аҡсаһын “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсерергә өгөтләй икән. Тик егет, банк белгесенең хәүеф тураһындағы иҫкәртеүен тыңламай, һаман да аҡсаһын биреүҙе талап иткән. Шуны күреп, Лилиә Белогузова хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр иткән. Полиция хеҙмәткәре менән әңмәләшкәндә генә егет аферистар тоҙағына эләгә яҙыуын аңлап ҡалған. Һөҙөмтәлә уның ике миллион һумға яҡын аҡсаһы ҡотҡарылған. Шул ҡыйыулығы һәм юғары һөнәри әҙерлеге өсөн Лилиә Белогузоваға Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Өфө идаралығы награда тапшырасаҡ. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: * Сит кешеләргә бер ваҡытта ла СМС аша килгән кодты, паролдәрҙе һәм банк картаһы мәғлүмәттәрен хәбәр итмәгеҙ. * Таныш буламған кешеләрҙең һорауы буйынса телефон экранын күрһәтмәгеҙ. * Мәғлүмәтте һәр саҡ тикшерегеҙ – рәсми хеҙмәттәргә (банк, почта, Энергосбыт) уларҙың сайттарындағы номер буйынса шылтыратығыҙ. * Артыҡ хистәргә бирелмәгеҙ – улар шуны ғына көтөп тора һәм ашығыс ҡарар ҡабул итергә мәжбүр итә. Фото: социаль селтәрҙән.