“Алға” сәнәғәт-етештереү махсус иҡтисади зонаһы 2020 йылда Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә булдырылды. Хәҙер ул биш майҙансыҡтан, шул иҫәптән Өфө районындағы “Өфө” индустриаль паркынан, тора. “Алға” резиденттары – инвестиция күләме 62 миллаирд һумдан ашыу булған 24 компания. “ДоГа” төркөмөнөң генераль директор урынбаҫары Андрей Трухан буласаҡ комплекстың продукцияһын Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы илдең сәнәғәт предприятиеларының тотороҡло эшләүен тәьмин итергә тейешле үтә мөһим продукттар исемлегенә индереүе тураһында һөйләне. Был башланғыс “Инвестсәғәт”тә лә яҡлау тапты. Эшкәртеү өсөн сеймалды ул “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһынан аласаҡ. Инвестицияның дөйөм күләме – 7,1 миллиард һум. 155 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана. “ДоГа” финанс төркөмө биш миллиард һумдан башлағайны, хәҙер 24 миллиард һум күрһәткескә етте. Был осраҡта дөйөм потенциал – 50 миллиард һумға саҡлы. Махсус иҡтисади зонаның үҫешенә “Газпром нефтехим Салауат” кеүек сәнәғәт гигантының яҡын б