был ысулдар тын алыу ағзалары сирҙәрен яҡшы дауалай, хатта кескәй балаларға ла ҡулланырға мөмкин. Бал йәймәләренең бер нисә рецептын тәҡдим итәбеҙ. Берәр ҡалаҡ бал һәм тоҙҙо ҡушып, бинтҡа һыларға ла төнгөлөккә күкрәккә ҡуйырға. Иртән күкрәкте дымлы салфетка менән һөртөп алырға. Ғәҙәттә, тоҙ ғына тороп ҡалыусан. Тигеҙ күләмдә көнбағыш майы, бал һәм он алына. Уларҙы шулай уҡ бергә ҡушып, бинтҡа һыларға ла күкрәккә бәйләргә. Өс сәғәттән йыуабыҙ. Бер аш ҡалағы бал, шул уҡ күләмдә он, ҡоро гәрсис һәм балды ҡушабыҙ. Нәҙек итеп йәймә йәйәбеҙ ҙә арҡаға йә күкрәккә һылайбыҙ. Ике сәғәттән алабыҙ. Ғәҙәттә, был рецептарҙы ҡулланғандан һуң бер-ике сәғәттән йүткереү ҡул менән һыпырып алған кеүек була. Автор фотоһы.