Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бөгөн иҫкәртеү системаларын тикшерҙеләр

Бөгөн, 1 октябрҙә, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 11-гә тиклем халыҡты хәбәр итеү системаһының әҙерлек торошон комплекслы тикшереү үтте һәм сиреналар өс минутҡа тиклем яңғыраны. Мәғлүмәт шулай уҡ “Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр минисрлығы”ның мобиль ҡушымтаһында ла булды. БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сирена тауышын ишеткәс, граждандарға тыныслыҡ һаҡларға һәм паникаға бирелмәҫкә, шулай уҡ телевизорҙы – теләһә ниндәй дөйөм ҡулланылыштағы канал йәки радионы ҡабыҙырға һәм мәғлүмәт хәбәрен тыңларға кәрәк. Бындай тикшереүҙәр хәбәр итеү системаһының ышаныслылығын һәм халыҡтың ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлеген тәьмин итеү өсөн даими үткәрелә. Фото: "Башинформ".