Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект "Инфраструктура для жизни") сиктәрендә Бүздәк — Дәүләкән юлының 9,3 километрын ремонтлау дауам итә, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт министрлығынан. Дәүләкән районының Александровка һәм Комсомол ауылдары араһындағы участкала юлсылар фрезерлау һәм тигеҙләү ҡатламын ҡороу эштәрен башҡарған. Подряд ойошмаһы асфальт-бетон япма һалыуҙы башлай. Бынан һуң бында юл ситтәрен нығыталар һәм тамғалар төшөрәләр. – Бүздәк-Дәүләкән юлы ике районды: Бүздәк һәм Дәүләкән райондарын тоташтыра, уларҙа 67 меңдән ашыу кеше йәшәй. Урындағы халыҡ район үҙәктәренә: Бүздәк һәм Дәүләкәнгә барып етә. Бынан тыш, эргәлә популяр туристик объект – Асылыкүл урынлашҡан. Шуға күрә был юлды норматив хәлгә килтереү һәм бөтә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы юл йөрөүҙе тәьмин итеү мөһим, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Бөтә эштәрҙе 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. Фото: "Башөортостан" ДТРК-һы.