Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың яңы наградаһы – “Хәйриә һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн” Почетлы

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың яңы наградаһы – “Хәйриә һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн” Почетлы билдәһен тапшырыу тантанаһы үтте. Сара Донецк, Луганск халыҡ республикаларының, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Рәсәй Федерацияһы менән берләшеү көнөн билдәләү сиктәрендә уҙғарылды. Бөрйән районы ветерандар Советы рәйесе Олег Марс улы Ғәлиевтың Почет билдәһен алған тәүгеләр рәтендә булыуы менән ғорурланабыҙ. Был награда Олег Марс улына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға даими ярҙам итеүҙә, йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүҙә баһалап бөткөһөҙ роле, уның әүҙем тормош позицияһы, илһөйәрлеге өсөн оло рәхмәт билдәһе булып тора. -Олег Марс улы! Барлыҡ район халҡы исеменән лайыҡлы награда алыуығыҙ менән ихлас ҡотлайым! Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия, оптимизм һәм рух күтәренкелеге теләйем! -тип ҡотлау һүҙҙәре еткерә район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың яңы наградаһы – “Хәйриә һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн” Почетлы билдәһен тапшырыу тантанаһы үтте. Сара Донецк, Луганск халыҡ республикаларының, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Рәсәй Федерацияһы менән берләшеү көнөн билдәләү сиктәрендә уҙғарылды.

Бөрйән районы ветерандар Советы рәйесе Олег Марс улы Ғәлиевтың Почет билдәһен алған тәүгеләр рәтендә булыуы менән ғорурланабыҙ. Был награда Олег Марс улына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға даими ярҙам итеүҙә, йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүҙә баһалап бөткөһөҙ роле, уның әүҙем тормош позицияһы, илһөйәрлеге өсөн оло рәхмәт билдәһе булып тора.

-Олег Марс улы! Барлыҡ район халҡы исеменән лайыҡлы награда алыуығыҙ менән ихлас ҡотлайым! Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия, оптимизм һәм рух күтәренкелеге теләйем!

-тип ҡотлау һүҙҙәре еткерә район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин.

-2