Вуз-ара кампуста Ҡытай теле һәм мәҙәниәте үҙәге асыла Рәсәй менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы араһындағы мөнәсәбәттәрҙең әүҙем үҫеше фонында был мөһим ваҡиға булып тора. Был үҙәк төбәгебеҙҙә ҡытай телен һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән белем биреү һәм мәҙәни майҙансыҡ буласаҡ. Кампуста балалар, мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм оло тыңлаусылар өсөн ҡытай дәресе курсы алып барыла, халыҡ-ара HSK имтиханына әҙерлек курсы, ҡытай каллиграфияһын, декоратив сәнғәт төрҙәрен өйрәнеү буйынса дәрестәр үткәрелә. Бынан тыш Үҙәктә Ҡытай традициялары һәм хәҙерге заман мәҙәниәте менән танышыуға йүнәлтелгән мәҙәни саралар үткәреләсәк. Үҙәк Ляонин университеты менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Онлайн-платформала Ляонин университетының профессорҙары ҡытай телен яҡшы белгәндәргә тел компетенцияларын камиллаштырыу өсөн дәрестәр ойошторасаҡ. -Вуз-ара кампуста Ҡытай теле һәм мәҙәниәте үҙәген асыу республика халҡы өсөн мәҙәни-ара диалогты үҫтереүҙә һәм белем биреү мөмкинлектәрен киңәйтеүҙә мөһим аҙым буласаҡ, - тип
Вуз-ара кампуста Ҡытай теле һәм мәҙәниәте үҙәге асыла
30 сентября 202530 сен 2025
2 мин