Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡояш нурҙары телевизион сигналды туҡтатырмы?

Ҡояш нурҙары телевизион сигналды туҡтатырмы? 27 сентябрҙән алып Башҡортостан күгендә көҙгө интерференция күҙәтелә – ундай осраҡта Ҡояштың радиотулҡындары телевизион сигналға үтергә бирмәй. Был күренеш 23 октябргә саҡлы дауам итәсәк. Тамашасыларҙың күпселеге һанлы эфир телевидениеһы мультиплекстарында һүрәттәрҙең сифатында үҙгәреш тоймаясаҡ. Әммә шулай ҙа ҡыҫҡа ваҡытлы “туңып тороу” мәле булырға ла мөмкин. Көҙ көнө, Ерҙән ҡараған саҡта, Ҡояш Төньяҡ ярымшарҙан Көньяҡҡа күсә һәм билдәле ваҡыттарҙа элемтә юлдашының артына сыға, һөҙөмтәлә йыһан аппаратынан килгән сигнал көсһөҙләнә. Һанлы технологиялар интерференция тәьҫирен ныҡ кәметә. Башҡортостанда Ҡояштың элемтә юлдашы һәм ер өҫтө ретрансляторы менән бер күсәргә сығыу осоро 27 сентябрҙән 23 октябргә тиклемге арауыҡта булырға мөмкин. Фото: социаль селтәрҙән.