Бөгөн башҡорт сәнғәте йәнә ауыр юғалтыу кисерҙе. Күренекле актер, режиссер Олег Ханов вафат булды. Был хәбәрҙе мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова еткерҙе. “Бөгөн ҙур Оҫтаның, ышаныслы Дуҫтың һәм ысын Кешенең йөрәге тибеүҙән туҡтаны... Бәхил булығыҙ, Олег Закир улы", — тип яҙҙы ул. Олег Закир улы Ханов 1951 йылдың 11 авгусында Башҡорт АССР-ы Архангел районының Ҡыҙғы ауылында актёр ғаиләһендә (атаһы Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Закирйән Ханов) тыуған. 1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай һәм үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1973—1989 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры булып эшләй. 1989—1993 йылдарҙа Республика йәш тамашасы театрының (хәҙер Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры) художество етәксеһе вазифаһын башҡара. Был йылдарҙа Мәскәүҙәге Аркадий Райкин исемендәге «Сатирикон» дәүләт тетрында ла уйнай. 1983—1999 йылдарҙа Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең (русса ВТО — Всероссийское театральное общество) Башҡортостан бүлексәһе (бөгөн