27 сентябрҙә Мишкә районында, Өфө - Яңауыл автомобиль юлының 126-сы километрында, юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. БР Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, “Лада Веста” һәм “Нyundai Tucson” бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә “Лада Веста” автомобилендәге 40 йәшлек водитель алған йәрәхәттәренән вафат булған, уның ике пассажирын дауаханаға алып киткәндәр. “Нyundai Tucson” рулендәге 41 йәшлек ҡатын һәм уның 12 йәшлек ҡыҙы ла дауаханаға оҙатылған. Хөрмәтле водителдәр, ошондай фажиғәләргә тарымаҫ өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сығырға тырышмағыҙ, тиҙлек режимын теүәл үтәгеҙ. Фото: @bash_gibdd.