Әбйәлил районы Асҡар ауылының Көнсығыш-1 биҫтәһендә 160 тәрбиәләнеүсегә иҫәпләнгән “Хазина” тигән балалар баҡсаһы асылды. Был бинаны “Ғаилә” милли проектына (национальный проект “Семья”) ярашлы төҙөлгән. Балалар баҡсаһы өс ҡатлы заманса полилингваль мәктәп бинаһында урынлашҡан. Учреждениела төркөм өсөн һәм йоҡлау өсөн бүлмәләр булдырылған, музыка һәм спорт залы бар, ял итеү өсөн биләмә лә тәртипкә килтерелгән. Бынан тыш, айырым белем алыу талаптары булған балалар өсөн махсус төркөмдәр асылған. Педагогтар составында квалификациялы тәрбиәселәр, педагог-психолог, логопед, музыка етәксеһе эшләй. - Ошондай заманса мөһим социаль объекттың файҙаланыуға тапшырылыуы һәр ваҡыт тотош район өсөн ҙур ваҡиға. Проектты тормошҡа ашырыу - йәшәү сифатын күтәреү буйынса уңышлы эштең сағыу өлгөһө. “Хазина” балалар баҡсаһы бик күп бәләкәстәрҙең яратҡан урынға әүерелеренә ышанам. Бында улар иғтибар һәм хәстәр тоясаҡ, белем аласаҡ, үҫешәсәк, - ти Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Владислав Сидоркин. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.