“Ватан һаҡсылары” фонды филалы Башҡортостанда 2023 йылдың 1 июненән эшләй башланы. Бөгөн уның социаль координаторҙары ҡарамағында 42 меңдән ашыу кеше бар. Социаль координаторҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә, һәләк булған яугирҙәрҙең тол ҡатындарына тейешле документтар төҙөргә, ярҙамдан ҡулланырға, һаулыҡтарын нығытырға, ҡабаттан уҡыу үтеүгә, тыныс тормошҡа ҡайтырға булышлыҡ итә. Яугирҙәр - элекке педагогтар, остаздар, тренерҙар... Ҡайһылары тураһында бөгөн һөйләп үтмәксебеҙ. Күмертау ҡалаһынан Иван Барышев үҙ тормошон уҡытыусылыҡ эше менән бәйләргә теләй һәм Күмертау педагогия колледжына инә. Һалдат хеҙмәтен махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәрҙә үтә. Күнекмәләр, йыйындар, яландағы тренировкалар уны нығыта. 2022 йылда махсус хәрби операцияға юллана. Холҡо, рух ныҡлығы уны хәрби тормошҡа әйҙәй. Иван Барышев Донецк, Запорожье, Луганск йүнәлешендәге яуҙарҙа ҡатнаша. Өйөнә ҡайтҡандан һуң үҙе өсөн яҡын булған 10-сы мәктәпкә физкультура уҡытыусыһы булып эшкә у