Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Республиканың 11 районында - ауыр хәл

Башҡортостандың 11 районында тупраҡтың артыҡ дымланыуына бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимын индерергә тәҡдим ителә. Был хаҡта республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. Яуым-төшөмдән зыян күргәндәр исемлегенә Шишмә, Благовар, Илеш, Иглин, Благовещен, Бөрө, Мишкә, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле һәм Ҡыйғы райондары ингән. Муниципалитеттар республиканың үҙәк, төньяҡ-көнбайыш, төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Ауыл хужалығы министрлығы баһалауынса, август һәм сентябрь башында оҙайлы ямғырҙар сәбәпле был райондарҙа 8,5 мең гектарҙа ауыл хужалығы культуралары юҡҡа сыҡҡан. Зыян күләме 114 миллион һум тәшкил итә. Рәмирә МУСИНА фотоһы.