Республикабыҙ ауылдарының береһендә имам-хатип булып хеҙмәт иткән ҡәрҙәшебеҙҙең һөйләгәндәрен бәйән итәбеҙ. Ул, хаҡ мосолмандарға хас булғанса, кәсепселек менән дә шөғөлләнә. “Бер мәл күрше төбәктән ағас алырға килгәйнеләр, – тип бәйән ҡылды имам-хатип. – Минең урман эшендә генә түгел, иман юлында ла йөрөгәнде белгәс, аптырауға ҡалдылар. “Донъяң етеш, тағы нимә кәрәк һиңә? – тип белдерҙе береһе – үҙебеҙҙең башҡорт. – Хоҙайҙың ярҙамына мохтажһыңмы ни?” “Тәүбә тиген!” – тинем, ҡотом осоп. Үҙем эстән генә йәһәтләп доға уҡый һалдым, “Ғәфү итһәңсе, Аллаһ Тәғәләм! Юлдаштарымды ла кисерһәңсе”, – тип диләнкәгә еткәнсе ярлыҡау һорап барҙым. Ағасты тейәп бөтөп, ҡайтырға сыҡҡас, ҡапыл ямғыр яуа башланы. Тегеләрҙең беҙҙең юлдарға өйрәнмәгән “КамАЗ”ы алға китә алмай, тәгәрмәстәре бер урында әйләнеп тик ултыра. Ә мин “МТЗ-82” менән уларҙың артынан килә инем. Ике яҡлап та ситләтеп алға сығып булмағанлыҡтан, ярҙам итеү мөмкин түгел. Бына артҡа сигенгәндән-сигенеп килгән “КамАЗ” минең тракторға яҡынлаш