Төрлө яуызлыҡтарҙан һаҡланыу өсөн уҡыла торған доға Аллаһүммә иннә әғүҙү бикә минәл-бүхли үә әғүҙү бикә минәл-жүбни үә әғүҙү бикә ән үрадда әрҙәлил-ғүмр. Үә әғүҙү бикә мин фитнәтит-дүнйә. Үә әғүҙү бикә мин ғаҙабил-ҡәбр. Мәғәнәһе: Әй Раббым! Һаранлыҡтан ҡасып, мин һинең Үҙеңә генә һыйынам. Ҡурҡаҡлыҡтан ҡасып та Үҙеңә һыйынам, яҡлауыңды өмөт итәм. Миңә үҙемдең зәғиф, хәлһеҙ, ҡыйырһытылған саҡтарыма әйләнеп ҡайтмаҫҡа ярҙам ит. Был донъяла фетнәләрҙән, алдаҡтарҙан Үҙеңә һыйынам. Ҡәбер ғазаптарынан ҡотҡарыуыңды һорайым". Ғаиләгә, яҡындарға именлек һорау доғаһы Аллаһүммә иннии әс’әлүкәл-ғәфүә үәлғәәфийәтә фии диинии үә дүнйәйә үә әһлии үә мәәлии. Мәғәнәһе: "Аллаһым! Һинән генә гонаһтарымды ярлыҡауыңды, динемдә лә, донъямда ла, ғаиләмдә лә именлек биреүеңде һорайым". Д. Ишморатова фотоһы.