Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Беҙҙекеләр Беларусь Республикаһында

29 сентябрҙән 1 октябргә тиклем Минскиҙа мөһим эшлекле сара – “Иннопром. Беларусь” Халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе үтә. Күргәҙмәлә ҡатнашыу Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратовтың Беларусь Премьер-министры Виктор Каранкевич менән рәсми осрашыуынан башланды. – Башҡортостан Беларусь Республикаһы өсөн бик мөһим төбәк. Был тауар әйләнеше һандары менән дә нығытыла, – тине Виктор Каранкевич Башҡортостан тураһында. Рөстәм Моратов Виктор Каранкевичҡа шәхси осрашыуы өсөн рәхмәт әйтте һәм ағымдағы йыл йомғаҡтары буйынса Беларусь Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше буйынса тәүге5 ил иҫәбенә инеүен билдәләне. Осрашыуҙа Өфөлә яңыраҡ асылған “Белорус машиналары” мультибренд үҙәгенең артабанғы үҫеше тикшерелде. Ул Рәсәй территорияһында белорус техникаһын сервис хеҙмәтләндереү системаһында мөһим звеноға әйләнә. Бында "АМКОДОР", МТЗ, МАЗ, "Бобруйскагромаш" һәм "Гомсельмаш"белорус техникаһы хеҙмәтләндереләсәк. Рәсәй-Бе

29 сентябрҙән 1 октябргә тиклем Минскиҙа мөһим эшлекле сара – “Иннопром. Беларусь” Халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе үтә. Күргәҙмәлә ҡатнашыу Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратовтың Беларусь Премьер-министры Виктор Каранкевич менән рәсми осрашыуынан башланды. – Башҡортостан Беларусь Республикаһы өсөн бик мөһим төбәк. Был тауар әйләнеше һандары менән дә нығытыла, – тине Виктор Каранкевич Башҡортостан тураһында. Рөстәм Моратов Виктор Каранкевичҡа шәхси осрашыуы өсөн рәхмәт әйтте һәм ағымдағы йыл йомғаҡтары буйынса Беларусь Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше буйынса тәүге5 ил иҫәбенә инеүен билдәләне. Осрашыуҙа Өфөлә яңыраҡ асылған “Белорус машиналары” мультибренд үҙәгенең артабанғы үҫеше тикшерелде. Ул Рәсәй территорияһында белорус техникаһын сервис хеҙмәтләндереү системаһында мөһим звеноға әйләнә. Бында "АМКОДОР", МТЗ, МАЗ, "Бобруйскагромаш" һәм "Гомсельмаш"белорус техникаһы хеҙмәтләндереләсәк. Рәсәй-Белоруссия инвестиция кластерын булдырыу буйынса проект өҫтөндә эшләү мәсьәләһенә айырыуса иғтибар бүленә. Кластерҙы Рәсәйҙә һәм Белоруссияла инвесторҙарға ярҙам сараларының бығаса булмаған комплексын, шул иҫәптән һалым льготаларын, инфраструктура өҫтөнлөктәрен, субсидиялауҙы һәм башҡаларҙы ҡулланып булдырыу күҙаллана. Рөстәм Хәмит улы билдәләүенсә, бөгөн Башҡортостан һәм Белоруссия яғынан планлаштырылған кластерҙа ҡатнашырға теләүсе компаниялар пулы бар. Кластер статусын нығытыу өсөн тейешле закондар сығарыу инициативаһы әҙерләнгән, ул закондар сығарыу органына йүнәлтелгән. Сауҙа майҙансыҡтарын урынлаштырыу ҙа хеҙмәттәшлектең тағы бер йүнәлеше булып ҡала. Өфөлә, "Мега" сауҙа-күңел асыу үҙәгендә йыл аҙағына тиклем "Да дому" магазинын асыу планлаштырыла, ассортиментта йорт һәм интерьер өсөн белорус тауарҙары буласаҡ. – Был осрашыуҙарҙың даими, мөмкин тиклем тулыраҡ, һөҙөмтәле булыуы бик ҡыуаныслы.Нисек алға барыуыбыҙҙы тағы бер тапҡыр асыҡлау мөмкинлеге бар. Ә беҙҙә ыңғай динамика бар, - тип йомғаҡ яһаны Виктор Каранкевич. Артабан Рөстәм Моратов Брест өлкә башҡарма комитеты рәйесе Петр Пархомчик менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыу барышында халыҡ-ара туризм һәм патриотик тәрбиә мәсьәләләре күтәрелде. Әңгәмәселәр “көмөш йәштәге” Башҡортостан халҡы өсөн “Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге” проектын артабан тормошҡа ашырыу тураһында һөйләште, ул өс йыл тиерлек ғәмәлгә ашырыла. Был осорҙа өс меңгә яҡын беҙҙең пенсионер Белоруссияның иҫтәлекле урындары менән танышты. Был йүнәлеш дауам ителәсәк. Һаулыҡ һаҡлау буйынса килешеүҙең төп пункттары ҡаралды. Көн тәртибендәге төп мәсьәләләрҙең береһе-индустриаль парктарҙы үҫтереү темаһы. Рөстәм Моратов күтәрелгән мәсьәләләр буйынса конструктив диалог Башҡортостан Республикаһы менән Брест өлкәһе хеҙмәттәшлеген сифатлы яңы кимәлгә сығарырға мөмкинлек бирәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бөгөнгө көндә төп ваҡиға булып “Иннопром. Беларусь” төп пленар сессияһы тора. Сессия Рәсәй һәм Белоруссияның сәнәғәт хеҙмәттәшлегенә, шулай уҡ дөйөм технологик маҡсаттарға өлгәшеү өсөн компаниялар кооперацияһына арналған. Сарала ЕАЭС-та ҡатнашыусы илдәрҙең хөкүмәт башлыҡтары, шул иҫәптән РФ Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин һәм Беларусь премьер-министры Александр Турчин ҡатнашты. Осрашыуҙар, төрлө объекттарға барыу һәм эш сессияларын үҙ эсенә алған тағы ике көн көсөргәнешле эш көтөлә. Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.