Үҙебеҙҙең фотобанк булдырылды “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто Башҡортостан Башлығы Гранттар фонды ярҙамы менән киң мәғлүмәт саралары өсөн фотобанк булдырҙы. Бындағы бөтә фотоһүрәттәр ҙә авторҙарҙыҡы. Фотобанк та фотоларҙы һаҡлау, улар менән идара итеүе уңайлы: темаларға бүлергә, тулыландырырға, яңынан ҡулланырға мөмкин. Бынан тыш, плагиаттан һаҡлай. Фотоһүрәттәр банкын булдырыу редакция хеҙмәткәрҙәренә плагиаттан һаҡланырға һәм төрлө иллюстратив материалды үҙ баҫмаларында ҡулланырға мөмкинлек бирә. Өҫтәүенә был мираҫты һаҡлау ҙа. Фотобанктар иллюстрация сифатында ҡулланыла алған уникаль һүрәттәрҙе һаҡларға ярҙам итә. “Иглинские вести” гәзитенең баш мөхәррире Лилиә Нуретдинова был турала бына нимәләр һөйләне: -Хәҙерге заманда гәзит ул ҡоро текст ҡына түгел, ул фотолар менән сағыулана, йөкмәткеһе байытыла. Һәр фотоһүрәт материал тураһында һөйләргә, уны эмоциональ яҡтан тулыландырырға, уҡыусының иғтибарын йәлеп итергә тейеш. Бөгөн беҙ фотобанктан әүҙем ҡулланабыҙ. Юл билдәләре, насар һауа торошо эҙемтәләре йәки дөйөм пландағы стандарт кадрҙар кәрәккәндә ул бик ныҡ ярҙам итә. Үҙебеҙҙең һәләтле фотохәбәрсебеҙ ҙә бар, тик төбәктең актуаль проблемаһын яҡтыртҡанда йәиһә дөйөм теманы сағылдырырға булһа, фотобанктан варианттар эҙләйбеҙ. Шунан тағы үҙебеҙҙең дә шәп, социаль әһәмиәтле фотоһүрәттәр йыйыла, улар башҡа баҫмаларға кәрәк булырға мөмкин. Шуның өсөн әлеге фотобанк нигеҙендә район гәзиттәре өсөн махсус бүлек асырға тәҡдим итәбеҙ. Беҙҙең Иглин районында байрамдар, спорт ярыштары, мәҙәни акциялар күп үткәрелә. Уларҙың фотоһүрәттәре башҡаларға ла кәрәк булыуы бар. “Иглинские вести” шул бүлекте тулыландырыуҙы башларға әҙер. Бергәләп беҙ райондар бәйләнешен нығытыуға, район журналистикаһы сифатын яңы кимәлгә сығарыуға йоғонто яһаған күләмле тармаҡ ресурсын булдыра алыр инек. Мәғлүмәт: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-09-29/v-bashkirii-spetsialno-dlya-smi-sozdali-fotobank-4406081