Найти в Дзене

Ошо студентты эҙләйҙәр

“Лиза-Алерт” эҙләү отряды Бәләбәйҙә 18 йәшлек Роман Редниковты эҙләүҙәрен хәбәр итә. Социаль селтәрҙәрҙә яҙылыуынса, ул 23 сентябрь киске 8.30 тирәһендә ятаҡтан сыҡҡан һәм билдәһеҙ әҙәмдәрҙең машинаһына ултырған. Шул ваҡыттан алып уның тураһында бер ни билдәле түгел. Дуҫтары һөйләүенсә, уға бер нисә тапҡыр шылтыратҡандар һәм ҡурҡытҡандар. Әммә ошонан ары улар башҡа бер ни белмәй. Романдың билдәләре: буйы 185 см, ҡаҡса кәүҙәле, сәсе асыҡ һоро, күҙҙәре һоро. Өҫтөндә: күкһел кофта, ҡара джинсы, күкһел кроссовка. Мәғлүмәт белеүселәр булһа, 8-800-700-54-52 ҡыҙыу бәйләнеш телефонына йәки 112 һандарына шылтыратыуығыҙ һорала.