📌Башҡортостанда балалар өсөн «комендант сәғәте» оҙайтыла 1 октябрҙән Башҡортостанда балалар өсөн төнгө «комендант сәғәте» ҡышҡы ваҡытҡа күсә һәм ике сәғәткә оҙайтыла. Тимәк, бәлиғ булмағандарға киске сәғәт 10-дан иртәнге 6-ға тиклем атай-әсәйҙәренән башҡа урамда һәм йәмәғәт урындарында йөрөргә ярамай. Сентябрь аҙағынаса тыйыу төн уртаһынан иртәнге 6-ға тиклем ғәмәлдә ҡала. Республика Дәүләт Йыйылышында белдереүҙәренсә, «комендант сәғәте» режимын боҙған өсөн 500-2000 һум штраф һалына.
📌Башҡортостанда балалар өсөн «комендант сәғәте» оҙайтыла
29 сентября 202529 сен 2025
~1 мин