29 сентябргә ҡарата республиканың 50 муниципалитетында йылы бирелә башланы. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итте. Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, йылытыу миҙгеленә әҙерлек осоронда 15,6 мең күп фатирлы йортта йылытыу системаларын йыуыу һәм гидравлик һынауҙар үткәрелгән. 9,8 меңендә боҙолған контроль-үлсәү приборҙары һәм ҡорамалдары ремонтлана һәм алмаштырыла, 469 күп фатирлы йортта үткәргес торбалар участкаларының герметиклығы тергеҙелә, тағы 1,7 мең биналарҙың конструктив элементтары ремонтлана һәм алмаштырыла. Объекттарҙың ҡышҡа әҙерлеге 100 процент тәшкил итә. Ирина Голованова һөйләүенсә, йылытыу миҙгелендә авария хәлдәренә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары 464 берәмек резерв электр тәьминәте сығанағы әҙерләгән һәм 326 авария-тергеҙеү бригадаһын ойошторған. 29 сентябргә ҡарата 50 муниципалитетта 2,1 мең социаль объектҡа һәм 6,7 мең күп фатирлы йортҡа йылы бирелг