Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһе күңелле саралар менән башланды. Лайыҡлы яҡташтарыбыҙ юғары дәүләт наградалары алып ҡыуанды. Араларында билдәле эшмәкәрҙәр, хәрбиҙәр, ғалимдар һәм хатта мәктәп уҡыусыһы ла булды. Уҙған аҙнала Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Алексей Касьянов вазифаһынан китте. Әлеге сарала Радий Хәбиров уны күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне. – Алексей Анатольевич менән республика өсөн бик ауыр ваҡыттарҙы бергә үттек: ковид менән көрәш тә, санкция баҫымы ла, махсус хәрби операция ла. Бөгөн уға федераль дәүләт власы органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙе ойошторғаны, аҡыллы кәңәштәре, ысын профессионализмы өсөн рәхмәт әйтәм. Һеҙ республикабыҙҙың ысын патриоты, – тине Радий Фәрит улы. Билдәләп үтәйек, Алексей Касьянов республика кимәлендәге төрлө вазифаларҙа эшләне. 2021 - 2025 йылдарҙа ул Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор, ә быға тиклем 2016 йылдан – төбәктең Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретары була. – Мин респ