Найти в Дзене

Улар бөтәһе лә лайыҡлы

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Антон Айтуғанов Генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде. СКВО мотоуҡсылар дивизияһы разведка ротаһы хәрби хеҙмәткәре хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙакәрлеге, батырлығы өсөн юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булды. Өфөнөң 93-сө лицейында 11-се класта уҡыған София Салангина климат үҙгәреше һәм экология мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара олимпиадала еңеү яулаған. Ул республика Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. – Софияның еңеүе – системалы эш һөҙөмтәһе. Беҙҙең балалар Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадаларҙа призлы урындарҙы даими яулай башланы, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. 93-сө лицейҙың биология уҡытыусыһы Анна Вайн һәм Республика балалар экология-биология үҙәге директоры Екатерина Кошелева иһә Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Радий Хәбиров “Торатау” геопаркының фән, мәғариф, экология, мәҙәниәт һәм туризм үҙәге генераль директоры урынбаҫары Әлиә Яйҡароваға Башҡорто

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Антон Айтуғанов Генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде. СКВО мотоуҡсылар дивизияһы разведка ротаһы хәрби хеҙмәткәре хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙакәрлеге, батырлығы өсөн юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булды. Өфөнөң 93-сө лицейында 11-се класта уҡыған София Салангина климат үҙгәреше һәм экология мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара олимпиадала еңеү яулаған. Ул республика Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. – Софияның еңеүе – системалы эш һөҙөмтәһе. Беҙҙең балалар Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадаларҙа призлы урындарҙы даими яулай башланы, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. 93-сө лицейҙың биология уҡытыусыһы Анна Вайн һәм Республика балалар экология-биология үҙәге директоры Екатерина Кошелева иһә Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Радий Хәбиров “Торатау” геопаркының фән, мәғариф, экология, мәҙәниәт һәм туризм үҙәге генераль директоры урынбаҫары Әлиә Яйҡароваға Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын тапшырҙы. Ул ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәре сиктәрендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте ойоштороуға индергән өлөшө өсөн бүләкләнә. “Торатау” геопаркының фән, мәғариф, экология, мәҙәниәт һәм туризм үҙәгенең геология һәм геофизика өлкәһендәге ғилми хеҙмәткәре Лариса Белан, Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Рената Лоҡманова, “Торатау” геопаркының фән, мәғариф, экология, мәҙәниәт һәм туризм үҙәге генераль директоры Заһир Хәҙимуллин Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.