Найти в Дзене

“Бала саҡтан уҡ хәрби эш ҡыҙыҡһындырҙы”

“Туғыҙынсы кластан хәрби эш менән ҡыҙыҡһына башланым. Хәрби етәксебеҙ Рәмил Мәғәфүр улына ҙур рәхмәт. Мәктәптә үткән “Зарница”ларҙа, спартакиадаларҙа, хәрби-ялан сараларында ҡатнаштым, барыһы ла оҡшай ине. Айырыуса – танктар. Бронетехникалы компьютер уйындары менән мауыҡтым. Мәктәптә “отлично”ға уҡыным, теләгән вузға инеп китергә була ине. Тик мин Ҡазан Ҡыҙыл Байраҡлы Жуков орденлы юғары команда танк училищеһын һайланым. Әйткәндәй, ул Рәсәйҙә берәү генә. Унда танк взводтары командирҙарын әҙерләйҙәр, мин уны “ҡыҙыл диплом” менән тамамланым”, – тип һөйләй үҙенең нисек хәрби хеҙмәтте һайлауы тураһында “Оператор”. Киев, Чернигов, Харьков өлкәләренән һуң өлкән лейтенант, ”Оператор” позывнойлы яугиргә махсус хәрби операция зонаһына сираттағы тапҡыр инергә тура килә. 2022 йылдың 8 июлендә Луганск өлкәһендәге Белогоровка өсөн барған һуғыштарҙа һәләк булған һәм яраланған яугирҙәрҙе эвакуациялау бурысын үтәгәндә артиллерия утына эләгәләр. Шартлау тулҡыны танк люгын алып ташлай, яғыулыҡҡа ут тоҡана. “Оператор”ҙы тулҡын атып бәрә. Барыһы ла утта бешә, баш, аяҡ-ҡул тиреләре һыҙырылып төшә. “Баш зыңлап ауырта, ундағы ҡаты тауыш ҡолаҡты тоңдора. Күҙемде асһам, бөтә тәндең янғанын күрҙем, боеприпастар эленгән, снаряд ярсыҡтары менән теткеләнгән бронежилет тәнде ауырттырып баҫа. Ныҡ ауыртыныу торорға ирек бирмәй, ағасҡа бәрелеп, аяҡ балтыры керештәрен өҙгәнмен ахыры. Янған тәндең һыҙлап ауыртыныуынан уйҙар бутала, әммә яйлап аңдың ҡайтыуын һиҙәм. “Тиҙҙән беҙ бында мәңгелеккә ҡаласаҡбыҙ”, тигән уй баштан һыҙылып үтеү менән хәлде баһаларға тырыштым. Ҙур ауырлыҡ менән ауыртына-ауыртына бронежилеттан, баш кейеменән, күҙлектәрҙән ҡотолдом. Ҡыҙыулыҡ менән бер аяҡта көйө янған машинанан иптәштәремде сығарырға тотондом. Көс булғанда тәүге ярҙамды күрһәттем, һәләк булыуҙан ҡотҡара алдым”, – тип хәтерләй ул һынау көнөн. Ҡан ағыуҙан, ауыртыуҙан ҡурҡыу тойғоһо ла юғала. Офицер һаҡланыу инстинкты һөҙөмтәһендә, бер аяғында өс километр араны үтеп, хеҙмәттәштәре янына килеп етә һәм командирҙары алдында аңын юғалтып йығыла ... Уколдан һуң аңына килеп, картанан танктың шартлау урынын күрһәтә. Машинаға нисек менеп ултырғанын да хәтерләмәй. Егеттәр янына барып еткәс, аңына килә. Миномет һәм артиллерия уты аҫтында яралыларҙы һәм һәләк булғандарҙы алып сығалар. “Оператор” ике көн буйына ауыр хәлдә ята. Ошо ваҡыт эсендә уны вертолет, аҙаҡ самолет менән Ростовтан Мәскәүгә илтәләр. Вишневский исемендәге клиниканың бешеү үҙәгендә тирене күсереп ултыртыу буйынса операцияға әҙерләгәндә күпте күргән профессорҙар ҙа таң ҡала, төрлө препараттар һөҙөмтәһендә бит тиреһенең тергеҙелеүен мөғжизәгә тиңләйҙәр. Аҡрынлап тән тиреһенең башҡа участкалары ла йүнәлә башлай. –Бөтә күргән-белгәндәрҙе онотаһы килә, – ти Суворов, Жуков, I һәм II дәрәжә “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән наградланған офицер. – Тик бер нәмәне оноторға ярамай – беҙҙең арҡабыҙ артында Тыуған ил тора. Был –беҙҙе оло эштәргә дәртләндереүсе , көс биреүсе хаҡлыҡ, дөрөҫлөк мотивацияһы. Беҙҙе ҡурҡытып та, һындырып та булмаясаҡ. Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ! Шулай ҙа барыһын да оноторға мөмкин булмаҫ. “Оператор” ошо осрашыуҙан һуң йәнә махсус хәрби операция зонаһына, уны көткән хеҙмәттәштәре янына китте. Барыһы ла яңынан башлана – яҡындары менән телефон аша аралашыуҙар, иртә таңда һандуғас йырын тыңлау, гуманитар йөк менән килгән бал менән сәй эсеүҙәр , бәләкәй Ватанды һағыныу тойғолары һәм, әлбиттә, дошманға ҡаршы ҡыйыу көрәш, Еңеүгә ҙур ынтылыш! Ә өйҙә “Оператор” ҙы ҡатыны һәм улы түҙемһеҙлек менән көтә. Беҙ уларға бәхетле осрашыуҙар теләйбеҙ! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. 2025 йылдың 5 июненән контрактниктарға бер тапҡыр бирелеүсе 1,4 миллион һум (бер миллион һумы– республиканан, 400 мең һумы– федераль бюджеттан) ҡаралған. Әгәр контракт Өфөлә төҙөлһә, дөйөм сумма (муниципаль түләүҙәр менән бергә) 1,7 миллион һум тәшкил итәсәк. Стәрлетамаҡ ҡалаһы. Фото: шәхси архивтан.